Йәмғиәт
30 Мая 2021, 12:30

341 462 кеше тауыш бирҙе

Был һайлаусыларҙың дөйөм һанының 11,27 процентын тәшкил итә.

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй”ҙән Дәүләт Думаһына, Өфө ҡалаһы Советына һәм ике һайлау округынан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға кандидаттар билдәләү буйынса партия һайлауҙары дауам итә.
Бөгөн көндөҙгө сәғәт 3-кә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 341 462 кеше тауыш биргән. Был һайлаусыларҙың дөйөм һанының 11,27 процентын тәшкил итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала бөгөн 680 участка иҫәпләү комиссияһы эшләй. Тауыш биреү PG.ER.RU партия электрон ресурстар сайтында ла дауам итә, унда 165 018 һайлаусы теркәлгән. Участкаларҙа тауыш биреү бөтә санитар талаптарҙы күҙәтеп үткәрелә.
Фото: bashkortostan.еr.ru сайты.
Читайте нас