Йәмғиәт
30 Май 2021, 14:30

Алдан тауыш биреү дауам итә

Бөгөн киске сәғәт 6-ға 431 966 кеше тауыш бирҙе, был һайлаусыларҙың дөйөм һанының 14,25 проценты тигән һүҙ.

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреү сараһы дауам итә. Халыҡ партия көҙгө һайлауҙарға тәҡдим итәсәк кандидаттарҙы билдәләй.
Бөгөн киске сәғәт 6-ға 431 966 кеше тауыш биргәйне - һайлаусыларҙың дөйөм һанының 14,25 проценты тигән һүҙ. Был – участкаға килеп һәм электрон тауыш биреүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһын бергә иҫәпләгәндә. Кандидаттар араһында – төрлө кимәлдәге депутаттар, эшҡыуарлыҡ өлкәһе вәкилдәре, уҡытыусылар, табиптар. Беренсе тапҡыр ирекмәндәр ҙә үҙ көсөн һынап ҡарай.
Тәүге йомғаҡлау 31 майҙа яһаласаҡ, ә “Берҙәм Рәсәй” алдағы һайлауҙарға тәҡдим итәсәк кандидаттарҙың исемлеге 19 июндә партияның съезында раҫланасаҡ.
“Берҙәм Рәсәй” – кандидаттары бөтә халыҡ ҡатнашҡан асыҡ тауыш биреүҙә һайлап алынасаҡ берҙән-бер партия.
Башҡортостанда бөгөн 680 һайлау участкаһы асылды, улар киске сәғәт 8-гә саҡлы эшләй.
Фото: bashkortostan.еr.ru сайты.
Читайте нас