Йәмғиәт
30 Май 2021, 12:00

Бала үҙен яңғыҙ тоймаҫҡа тейеш

Дәүләт сәйәсәте интернат тибындағы учреждениелар алдына ниндәй бурыстар ҡуя?

27 май Бөрө ҡалаһының “Феникс” ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә интернат учреждениелары етәкселәре – “Һәр бала ҡәҙерле” ҡарауһыҙ ҡалған балалар менән эшләү буйынса пилот проекты ҡатнашыусылары Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды вәкиле Оксана Вяженцева менән осрашты.
Проекттың төп маҡсаты – ғаиләләр менән эш алып барыуҙа инновациялы технологияларҙы ҡулланыу, ҡарауһыҙ ҡалған балаларға үҫеш, тәрбиә, тормошта үҙ урыныңды табыу мәсьәләләрендә булышлыҡ итеүҙә белгестәрҙең һөнәри оҫталығын күтәреү. Дәүләт сәйәсәте интернат тибындағы учреждениелар алдына тап шундай бурыстар ҡуя.
Осрашыуҙа Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре, фондтың төп партнерҙары – министр урынбаҫары Анна Таболина, ғаилә һәм балалар менән социаль эш үҫеше бүлеге начальнигы Ольга Шахова ҡатнашты.
Ҡарауһыҙ ҡалған балалар менән эшләүҙәге яңы моделде этаплап индереүҙәге уңыштар тураһында проект етәксеһе Светлана Исхаҡова һәм ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәктәре вәкилдәре бәйән итте.
Сарала ҡатнашыусылар белем биреү майҙансыҡтарында өс төп йүнәлеш буйынса уҡыны: баланың үҙ ғаиләһендә, шулай уҡ үҙ ғаиләһен алмаштырған ғаиләлә йәшәүҙә килеп сыҡҡан проблемалары, уны үҙаллы тормошҡа өйрәтеү. Коллективҡа "инеп китеү" һәм хис-тойғоно контролдә тотоу мәсьәләләре лә ҡаралды.
“Пандемия сәбәпле сикләүҙәргә, ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, беҙ тәжрибәбеҙ, өлгәшкән ҡаҙаныштарыбыҙ менән уртаҡлаша алдыҡ. Мәҫәлән, баланың үҫешенә, тормошта үҙ урынын табыуға булышлыҡ итеү буйынса индивидуаль пландың берҙәм формаһы әҙерләнде. Яңы алым балаға интернат тәртиптәренә тиҙ өйрәнергә, артабан тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә”, - тине проект етәксеһе Светлана Исхаҡова.
Учреждение етәкселәре үҙ коллективтарының проекта ҡатнашыуынан ҡәнәғәтлеген, башҡалар менән дә белемен уртаҡлашырға әҙер икәнлектәрен белдерҙе.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Читайте нас