Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева пандемия осоронда электрон тауыш биреүҙең көнүҙәклеген билдәләне.
“Алдан тауыш биреү – кәрәкле һәм мөһим сара. Унан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел, һайлау – һәр кемдең бурысы. Партия идеяларын бик күптәр яҡлай, шуға күрә кешеләр һайлауға кемдәрҙең барғанын, кемдәргә ышанырға икәнен, уларҙың мәнфәғәтен кемдәр яҡлаясағын белергә тейеш. Дәүләт Думаһының яңы составына һаулыҡ һаҡлауға реформа үткәреү буйынса күп эшләйһе бар, ҡануни нигеҙҙәргә яңы төҙәтмәләр индерергә кәрәк, тип уйлайым. Бөгөнгө һайлауға киләсәгебеҙҙең, милләт һаулығының нисек булыры бәйле”, – тине Римма Үтәшева.
Депутат үҙе онлайн тауыш биреү мөмкинлегенән файҙаланған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан кандидаттар һайлап алыу буйынса алдан тауыш биреү бара, артабан улар Дәүләт Думаһы, Өфө ҡалаһы Советы һәм ике һайлау округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы һайлауҙарына тәҡдим ителәсәк. Әле бюллетендәргә индерелгән бер йәки бер нисә кандидат өсөн тауыш бирергә мөмкин.
Фото: bashkortostan.еr.ru сайты.