Йәмғиәт
30 Мая 2021, 17:30

"Был алымды үҫтереү зарур"

Политолог Николай Евдокимов “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостандағы алдан тауыш биреүе тураһында фекерен белдерҙе.

Политолог Николай Евдокимов “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостандағы алдан тауыш биреүе тураһында фекерен белдерҙе.
Эксперт билдәләүенсә, бындай алымды артабан үҫтерергә, уның конкурентлыҡҡа һәләтлелеген, легитимлығын, үтә күренмәлелеген көсәйтеүҙе дауам итергә кәрәк.
“Алдан тауыш биреү кандидаттарҙы иртә этапта асыҡлау һәм төрлө һөнәр, сәйәси ағым кешеләренә ҡатнашыу мөмкинлеген биргән иң демократик процедура булып ҡала. Башҡа партиялар менән сағыштырғанда, “Берҙәм Рәсәй”ҙең конкуренцияға һәләте юғары. Шуға күрә алдан тауыш биреү халыҡ яғынан ышаныс ҙурыраҡ булған кандидаттарҙы асыҡлау өсөн дә кәрәк. Был процедура әле йәш, ләкин кәрәк, уны үҫтереү зарур”, – тине эксперт.
Фото: bashkortostan.еr.ru сайты.
Читайте нас