Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй”ҙең алдан тауыш биреү буйынса төбәк хәл-шарттар үҙәге эшен дауам итә. Ойоштороу комитеты ағзалары, партияның төбәк башҡарма комитеты хеҙмәткәрҙәре, юристар, IT-белгестәр сара барышын күҙәтә, килеп тыуған төрлө хәлдәрҙә ярҙам итә. Алдан тауыш биреү кандидаттары һәм һайлаусылар өсөн үҙәктә “ҡыҙыу линия” эшләй: 8 (347) 226-78-05.
“Әгәр ҙә тәүге көндәрҙә шылтыратыуҙар нигеҙҙә агитация тәртибенә һәм PG.ER.RU сайтында теркәлеү мәсьәләләренә ҡағылһа, бөгөн төп тема – участкаға килеп тауыш биреү”, – ти хәл-шарттар үҙәге етәксеһе, “Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Светлана Чертороева.
“Ҡыҙыу линия” 24 майҙан алып эшләй. Төрлө мәсьәләләр араһында законһыҙ агитация алып барыу һәм кандидаттарҙың береһенең һайлаусылар тауышын һатып алырға маташыуы тураһындағы мәғлүмәт тә бар ине. Икеһе лә тиҙ арала тикшерелгән, ләкин береһе лә раҫланмаған.
Бөгөн хәл-шарттар үҙәге 7 сәғәт 30 минутта эш башланы. Шылтыратыуҙар ҡабул итеү 31 майҙа иртәнге сәғәт 8-ҙә генә тамамланасаҡ. Хеҙмәткәрҙәр иҫәпләү (һайлау) участкаларының асылыуы, унда килеп алдан тауыш биреүселәрҙең ағымдағы һаны, ихтимал булған хоҡуҡ боҙоуҙар, участкаларҙың ябылыуы буйынса мәғлүмәттәр ҡабул итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан кандидаттар һайлап алыу буйынса алдан тауыш биреү бара, артабан улар Дәүләт Думаһы, Өфө ҡалаһы Советы һәм ике һайлау округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һайлауҙарына тәҡдим ителәсәк.
Участкаларҙа тауыш биреү киске сәғәт 8-ҙә тамамлана, артабан иҫәп комиссиялары бюллетендәр өсөн урналарҙы асып, иҫәпләй башлаясаҡ.
Фото: bashkortostan.еr.ru сайты.