Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһе секретарының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 2-се һайлау участкаһына килеп тауыш бирҙе.
Иртәнән үк бында артабан Дәүләт Думаһына һәм Өфө ҡалаһы Советына “Берҙәм Рәсәй” партияһынан һайлау өсөн кандидаттар тәҡдим итеү буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар килә.
“Был сараны үткәреүгә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ, Дәүләт Думаһына һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй”ҙән кандидаттар тап ошонда билдәләнәсәк. Алдағы биш йылда ҡануниәт өҫтөндә эшләү һәм сәйәсәт депутаттар составына бәйле буласаҡ. Вайымһыҙлыҡ күрһәтмәй, үҙ тауышын бирәсәк граждандарҙың етерлек булырына ышанам”, – тине Константин Толкачев.
Спикер әйтеүенсә, сараның электрон форматында ла әүҙемлек юғары. Иртәнге сәғәт 10-ға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, республиканан 117 961 кеше үҙе теләгән кандидаттар өсөн тауыш бирҙе лә инде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Берҙәм Рәсәй” – бөтә халыҡ өсөн алдан тауыш биреү ойоштороп, граждандар фекере нигеҙендә төрлө кимәлдәге һайлауҙарға кандидаттар исемлеге төҙөгән берҙән-бер партия. Сара 24 майҙан 30 майға саҡлы онлайн форматта үтә, бөгөн иһә шәхсән килеп тауыш биреү өсөн участкалар эшләй.
Фото: bashkortostan.er.ru сайты.