Йәмғиәт
30 Май 2021, 04:30

“Мин “Уңыш” стадионы өсөн тауыш бирҙем”

26 апрелдә башланған тауыш биреү https://2.gorodsreda.ru платформаһында бөгөн тамамлана.

Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, район ирекмәндәре, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, төҙөкләндереү объекттарын һайлап алыу буйынса тауыш биреүҙә урындағы халыҡҡа ярҙам итә.
Тауыш биреү https://2.gorodsreda.ru платформаһында бөгөн тамамлана. Ул 26 апрелдә башланғайны. Мәғлүм булыуынса, тауыш биреү барышында киләһе йыл төҙөкләндерелгән объекттар һайлап алына. Саҡмағош ауылында сарала Парк урамындағы “Уңыш” стадионы һәм Ленин урамындағы йәйәүлеләр зонаһы ҡатнаша.
“Мин “Уңыш” стадионы өсөн тауыш бирҙем, сөнки бала сағым ошо майҙансыҡта туп уйнап үтте. Әлегеләй мөмкинлек тыуғас, унан мотлаҡ файҙаланып ҡалырға кәрәк. Уртаҡ тырышлыҡ менән тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашып ҡына, районыбыҙҙы йәмлерәк итә алабыҙ”, – тине тауыш биреүҙә ҡатнашҡан Илдар Ғәлләмов.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/104112
Читайте нас