Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, беҙҙең Республикаға идара итеү үҙәге кеүек үҙәк илдең башҡа бер төбәгендә лә юҡ. Был турала ул бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә әйтте.
Билдәле булыуынса, был үҙәк республикала Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы нигеҙендә 2020 йылдың 19 ноябрендә эшләй башлағайны. Система дәүләт һәм урындағы үҙидара органдарында идара итеүҙең сифатын күтәреү, килгән ялыу һәм тәҡдимдәрҙе тиҙ арала хәл итеү, идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеү өсөн булдырылды.
Яҡын арала үҙәк яңы бинаға күсә. Дөйөм майҙаны алты мең квадрат метр булған был заманса өс ҡатлы корпус Хөкүмәт йортонан алыҫ түгел урында урынлашасаҡ.
Республикаға идара итеү үҙәгенә Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы һәм Стратегик эшләнмәләр үҙәге инәсәк. Үҙәктең йөрәге булып Ситуация үҙәге торасаҡ, бында барлыҡ мәғлүмәт тупланасаҡ. Хөкүмәттең аҙналыҡ ултырыштары ла ошонда үтәсәк.
– Бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә беҙ үҙәктең ныҡлы матди базаһын булдырҙыҡ. Хәҙер системаның һәйбәт итеп эшләп китеүе кәрәк. Әүҙемерәк ҡушылығыҙ, – тине Радий Хәбиров республиканың Һанлы үҫеш министрлығына. – Был мәғлүмәтте йыйыу, сағыштырыу һәм анализлау өсөн заманса технологик урын буласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.