Өфөлә "АРТ-Ҡоролтай.Балалар 0+" форумының пленар өлөшө тамам. Уның эшендә республика Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова ҡатнашты.
Пленар ултырышты “Тамыр” каналының йәш алып барыусылары Рөстәм Төхбәтов менән Настя Бурмистрова алып барҙы. Һөйләшеүҙә сәнғәт, шулай уҡ урта дөйөм белем биреү мәктәптәре, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты, Татарстандың Аҡтаныш районынан да вәкилдәр булды. Сараның ҡунаҡтары – республика Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова йәш быуын вәкилдәре менән ихлас аралашты.
“Беҙ, ололар, барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән. Шуға ла һеҙҙе яҡшыраҡ аңларға, ярҙам итергә тейешбеҙ, – тине К. Хәбирова. – Балалар форумының Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә үткәне символик мәғәнәгә эйә. Бындай йыйындар беҙгә һеҙҙең уй-маҡсаттарығыҙҙы, күңелегеҙҙе тағы ла нығыраҡ аңларға ярҙам итер тип өмөтләнәм”.
Пленар ултырыш аҙағында балалар АРТ-ҡоролтайының резолюцияһы проекты ҡаралды. Унда ижади майҙандар төҙөгәндә, ниндәйҙер биләмәләрҙе күркәмләндереү зшен бойомға ашырғанда балаларҙың да фекеренә ҡолаҡ һалырға, тигән теләк тә булды.
Ултырышта балалар үҙҙәренең бергәләп эшләгән төрлө ижади проекттарын тәҡдим итте.
Концерт программаһы ваҡытында "Төньяҡ балҡышы" республика балалар һүрәттәре конкурсының еңеүселәрен бүләкләнеләр.
Әлеге мәлдә "Торатау" конгресс-холында йырлы-моңло тамаша дауам итә. Бында үҙҙәрен сәнғәт, ижад юлында тапҡан талантлы балалар сығыш яһай.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.