Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитетында партияның алдан тауыш биреү йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Уны төбәк башҡарма комитеты секретарының беренсе урынбаҫары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы.
– Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса алдан тауыш биреүҙә Рәсәй буйынса 12 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан, алдан тауыш биреүҙәге бындай ҙур һөҙөмтә илебеҙҙә булғаны юҡ ине әле, – тине Константин Борисович, алдан тауыш биреү буйынса ойоштороу комитетының һуңғы ултырышында сығыш яһап.
Шулай уҡ яҡынса мәғлүмәттәр буйынса республикала ошо акцияла 534 817 кеше ҡатнашҡан, был иһә һайлаусылар исемлегенең 17,65 процентын тәшкил итә. Һайлауҙар барышында хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуйылмаған. Константин Толкачев әйтеүенсә, бынан алдағы һайлауҙарҙа алдан тауыш биреү процедураһында республиканан 16 мең кеше ҡатнашҡан һәм беҙҙең төбәк ошо күрһәткес буйынса Рәсәй субъекттары араһында икенсе урынды яулаған. Тимәк, бөгөнгө күрһәткестәргә ҡарап, шул осорҙан һуң “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең ниндәй ҙур үҫешкә ирешеүен асыҡ күрәбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан кандидаттар һайлап алыу буйынса алдан тауыш биреү үткәрелде, артабан улар Дәүләт Думаһына, Өфө Ҡала советына һәм ике һайлау округы буйынса Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына һайлауҙарҙа тәҡдим ителәсәк. Кемдәр pg.er.ru сайтында теркәлеп өлгөрҙө, 24 майҙан алып 30 майҙа киске сәғәт 8-гә саҡлы электрон формала тауыш бирҙе. Ундайҙар ошо дөйөм күрһәкестә 118 мең кеше тәшкил итте. Фото: Bashkortostan.er.ru.