Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары араһында “Дөрөҫ туҡланыу – һаулыҡтың нигеҙе” тигән һүрәттәр конкурсы булды. Белем усағы ашханаһының стенаһын бөтәһе 130 тирәһе сағыу һүрәт биҙәне. Конкурсанттарҙың барыһы ла эшҡыуар Ирина Горбачевская ҡулынан иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды, һәр кем телде йоторлоҡ тәмлекәстәр менән һыйланды. Күптән түгел гимназияла “Белем биреү усаҡтарында балаларға дөрөҫ туҡланыуҙы ойоштороу” тигән темаға кәңәшмә ойошторолоуы ошо конкурстың дауамы тип аңларға кәрәк.
Ғөмүмән, Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернаты – бүтәндәр өсөн һәр йәһәттән дә өлгө. Бында уҡыу сифатының яҡшы булыуы, өлгәш тәңгәлендә алдынғылыҡты бирмәүҙәре һәм башҡа юғары күрһәткестәр – шуға асыҡ миҫал. Район кимәлендәге әлеге сара тиккә генә тап бында уҙғарылманы. Күрһендәр, ыңғай тәжрибәне үҙҙәрендә ҡулланһындар тигән маҡсат ҡуйылды. Сараға ҡала һәм райондағы бөтә белем биреү учреждениеларының да директорҙары һәм асыҡ һөйләшеүҙә ҡатнашырға теләгән ата-әсәләр саҡырылды.
Әйткәндәй, унда Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевтең ҡатнашыуы кәңәшмәгә мәртәбә өҫтәне.
Фойела бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне. Мәҫәлән, ҡунаҡтар аш-һыуға бәйле “Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлеккә бер аҙым” һәм “Башҡорт халыҡ әкиәттәренә композиция” тигән өҫтәлдәр янында байтаҡ йыйылды.
– Район һәм ҡала мәктәптәрендә балаларға туҡландырыуҙы ойоштороу, улай ғына ла түгел, аш-һыуҙы витаминға бай аҙыҡ-түлек менән байытыу яйға һалынған, был йәһәттән бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар юҡ, – тип һөйләй Азат Альверт улы. – Мөҡәддәс бурыстарҙың береһе – ҡыҙ һәм егеттәр мәктәпте һау-сәләмәт тамамлаһын, илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр булһын.
Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Александр Смородин билдәләүенсә, төбәктә балаларҙы ашатыуға һәр саҡ көслө иғтибар бүленде, әле лә ошо йүнәлешкә иғтибар кәмемәй.
Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Лилиә Дутова иһә мәктәптәрҙә балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеү хаҡында бәйән итте.
Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернаты директоры Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Дилбәр Фәтхетдинова әйтеүенсә, өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – туҡландырыу тәртибенә ярашлы, уҡыусыларға ашатыуҙы дөрөҫ ойоштороу. Ул “Мәғариф тураһында”ғы Закон нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
– Мәктәптә уҡыу йылдарында бала организмы тиҙ үҫеш кисерә, шуға күрә лә был йәһәттән берәй генә булһа ла ҡағиҙә боҙолһа, эҙемтәләренең насар тамамланыуы ихтимал, – тине Дилбәр Ғайса ҡыҙы. – Шул уҡ ваҡытта ас баланың уҡыу материалын яҡшы үҙләштерә алмауы көн кеүек асыҡ, үҙ сиратында, уның уйы ашау тураһында ғына буласаҡ. Беҙ иһә шуны иҫәпкә алып, беренсе сиратта уҡыусыларҙың тамағы туҡ булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашырабыҙ. Уҡыу осоронда йылы аш ашамаған ҡыҙ һәм малайҙар тиҙ арый, йыш ҡына баш йә ашҡаҙан ауыртыуына зарлана, кәйефенең төшөүен йәшермәй – был табиптарҙың һәм педагогтарҙың күп йыллыҡ тикшеренеү һөҙөмтәһе. Шулай уҡ бала мәктәптә бик күп энергия түгә, ә уны кире тулыландырыу өсөн ҡайнар аш кәрәк тә инде.
“Аш өҫтәлендә үҙеңде нисек тоторға?” һәм “Уйын – Башҡортостандың милли кухняһы лотоһы” тигән оҫталыҡ дәрестәре булды, башҡорт милли аш-һыуы күргәҙмәһе эшләне, гимназия-интернат ашнаҡсылары әҙерләгән тәмле аш-һыуҙан барыһы ла ауыҙ итте.