Башҡорт дикторы Әхәт Мортазин менән бергә эшләү бәхете тәтемәне. Уның ҡарауы, Матбуғат байрамы булһынмы, журналистар ҡатнашлығында ойошторолған бүтән төрлө саралар тиһеңме, форсаттан файҙаланып һәр саҡ уның янына ашыҡтым. Ысынында, бер мин генә түгел, ә башҡалар ҙа уға ылыҡты. Диктор ағай менән әҙ генә ваҡыт әңгәмәләшеп тороу бар мәшәҡәттәреңде оноттора, күңел күтәрелә, ошондай дан уҙамандар булғанда, башҡорт матбуғатының киләсәге яҡты, тигән фекер ҡала. Улай ғына ла түгел, Әхәт Мотаһар улының ябайлығы әсир итте, йәш хәбәрселәргә ярҙамы ҙур булды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әхәт Мортазин был яҡты донъяларҙан бик иртә китте. Эшенән ләззәт табып, балаларының уңыштарына шатланып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, ҡатыны Тәнзилә апай менән тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит...
Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында ҙур спорт сараһы ойошторолдо – республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары араһында Башҡортостандың халыҡ артисы, башҡорт дикторы Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир уҙғарылды. Унда Әхәт Мотаһар улының ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Тәнзилә Үлмәҫбаеваны, уларҙың балалары Салауат менән Гүзәлиәне күреү моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла ине. Бәйгенең тап “Динамо” стадионында үтеүе тиккә түгел.
– Әхәт Мортазинды универсаль диктор тип беләбеҙ, әйтеүҙәренсә, ул бер ниндәй әҙерлекһеҙ яңылыҡтарҙы шыма уҡыған, тапшырыуҙарҙы юғары кимәлдә алып барған, – тип һөйләй Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов. – Башҡортостандарҙың һәм республикабыҙҙан ситтә ғүмер кисергән яҡташтарыбыҙҙың һәр иртәһе “Өфө һөйләй...” тигән күңелдәрҙе күтәрерлек һүҙҙәр менән башлана торғайны. Оҫтаның яғымлы тауышы һәр йортҡа ғына түгел, ә һәр кешенең күңеленә лә үтеп ингәйне.
Вәдүт Ғәйфулла улы билдәләүенсә, һағынып һөйләрлек спорт сараһы үтте, һәр уйынсы команданы алға сығарыу өсөн ныҡ тырышты, ғөмүмән, волейбол уйынын традицияға әйләндереп, дауам итергә кәрәк.
Шул иғтибарға лайыҡ, хәбәрселәр йөкмәткеле тапшырыуҙар әҙерләп күрһәтеүе, радио аша яңғыратыуы, мәҡәләләр яҙыуы менән бер рәттән спорт һөйөүсе икәндәрен дә иҫбат итте был көндө.
Шулай итеп, беренсе урынды БЮТ каналы (капитан – Руслан Ғайнанов) алды. Икенсе урынға Юлдаш радиоһы (капитан – Йәмил Ишмөхәмәтов) сыҡты. Ә өсөнсө һәм дүртенсе урындарҙы Рәсәй-Башҡортостан телеканалы (капитан – Зәкир Шәрипов) менән Матбуғат йорто журналистары (капитан – Артур Батыршин) бүлеште.
Матбуғат йорто хәбәрселәренең йыйылма командаһына Азамат Юлдашбаев, Айнур Акилов, Инсаф Хужабиргәнов, Илдар Аҡъюлов, Артур Батыршин, Айҙар Зәкиев инде.
“Иң шәп уйынсы” номинацияһында Анатолий Радыгин алдынғы ине, уға Тәнзилә Абдулла ҡыҙы махсус бүләк тапшырҙы. “Иң яҡшы һөжүмсе”, “Иң яҡшы һаҡлаусы”, “Иң яҡшы бәйләнеш булдырыусы” номинацияларында Альберт Рамаҙанов, Артур Батыршин, Ирек Абдуллин һынатманы, оҫталарҙы Әхәт Мортазиндың балалары Салауат менән Гүзәлиә ҡотланы.
Эшҡыуар, яҙыусы Азамат Юлдашбаевтың ҡулынан Альберт Рамаҙанов, Дмитрий Радыгин, Ольга Карасева һәм Артур Батыршин бүләк алып ҡыуанды.
Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә, волейбол буйынса турнирҙы судьялар Мирза Һамарбаев менән Вәзих Әфләтүнов баһаланы.