Йәмғиәт
1 Июнь 2021, 07:43

Ибраһимовтар – ауылдың ҡото

Сапыҡ әллә ни ҙур түгел, бәләкәй генә матур ауыл ул. Шулай булһа ла, халҡының киң күңеллелегенә, берҙәмлегенә, татыулығына, тормошҡа ғашиҡлығына хайран ҡалырһың! Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙенсәлекле бер донъя ул Сапыҡ.

Сапыҡ әллә ни ҙур түгел, бәләкәй генә матур ауыл ул. Шулай булһа ла, халҡының киң күңеллелегенә, берҙәмлегенә, татыулығына, тормошҡа ғашиҡлығына хайран ҡалырһың! Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙенсәлекле бер донъя ул Сапыҡ.


Ауылды кәртәләп алыуҙары ла, урамда ҡупшы шыршылар ултыртыуҙары ла – үҙ донъяһын ҡурсыған хужаларға хас күренеш. Ҡайһы ғына йортҡа баҡма, ҡайһы ғына өйҙө алма – төҙөклөгө, төрлө төҫтә балҡыуы менән арбай. Урамда сүп-сар күрмәҫһең. Бөтмөр хужалар йорт-ҡураһын ғына түгел, ҡапҡа алдын да тәртиптә тота, хужабикәләр иһә баҡсаларын гөл-сәскәгә күмгән. Хәйер, төп маҡсат тотош ауыл тураһында яҙыу ҙа түгел ине инде. Шулай ҙа, ил-йортто күҙҙән үткәреү уның хужаларын, халҡын ҡылыҡһырлай. Сапыҡтар иһә был тәңгәлдә тик матур тәьҫораттар ҡалдыра.
Зөлфирә Мырҙағәле ҡыҙы менән Рәфис Булат улы Ибраһимовтар ауылдаштары араһында ҙур абруй ҡаҙанған. Улар икеһе лә юғары белемле уҡытыусы. Ҡыҙҙары Ләйсән менән улдары Баязит та уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Ибраһимовтар үҙҙәренең тормошон һәм тыуған төйәген нурлы-ҡотло иткән, донъяларын үҙ көстәре менән төҙөгән, матур балалар үҫтергән, ғүмер буйы үҙ һөнәренә тоғро ҡалып йәшәүҙәре менән күптәргә өлгө ролен үтәй.
Күгәрсен районы.
Читайте нас