Йәмғиәт
1 Июнь 2021, 07:03

Кем эшләмәй – шелтәһен ала

Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә бер аҙна ваҡыт бирелде.

Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек йылдам бара. Бер ай самаһы ғына ваҡыт ҡалды. Донъя күләмендәге мөһим сараны юғары кимәлдә үткәреү өсөн уның хәүефһеҙлеге тураһында ла уйларға кәрәк. Һүҙ тәү сиратта коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау тураһында бара.



Фольклориада – мәҙәни Олимпиада!


Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала һөйләне. Асыҡланыуынса, Фольклориадала ҡатнашыусылар өсөн обсерватор һәм контактта булған кешеләрҙең исемлеге әҙерләнгән.
– Уҙған аҙнала беҙ Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова рәйеслегендә Фольклориадаға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үткәрҙек. Барлыҡ мәсьәләләрҙе ныҡлап тикшерҙек. Муниципалитеттар һәм яуаплы кешеләр, белеп тороғоҙ, килгән кешеләр менән кем бәйләнешкә инә – мотлаҡ коронавирустан вакцинациялау үтергә тейеш. Йәки антиесемдәр бар тигән белешмә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафи­ҡова белдереүенсә, “Роспотребнадзор” һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә Фольклориадаға обсерватор итеп Өфөләге “Йәйғор” шифаханаһы билдәләнгән.
– Барлыҡ муниципалитеттарҙан, ведомство­ларҙан бәйләнештә буласаҡ кешеләр исемлеге йыйылды. Фольклориадала ҡатнашасаҡ райондар Өфөнән алыҫ түгел, берәй хәл булһа, уларҙы бында килтереү мөмкинлеге бар, – тине ул.
Бөгөнгә ҡарата Фольклориадала 48 ил ҡатнашырға теләк белдергән. Уларҙың 45-е бында килеү мәғлүмәт­тәрен ебәргән, биш ил әлегә хәл итә.

– Был сара бик мөһим, ул йөкмәткеһе буйынса мәҙәни Олим­пиадаға тиң. Бик ҙур делегациялар килә, АҠШ-тан, Европа илдәренән. Ҙур яуаплылыҡ был, – тине Радий Хәбиров.


Миҙгел сирҙәре арта


Башҡортостанда пандемия башланғандан алып коронавирус менән сирләгән кешеләр һаны 38201 кешегә етте. Һуңғы тәүлектә был диагноз 90 кешегә ҡуйылды. Был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Һауыҡҡандарға килгәндә, сирлеләрҙең 95 проценты йүнәлгән, һуңғы тәүлектә – 93 кеше.

– Амбулатор дауаны 1368 кеше ала, 159-ы дауаханаларҙа ята. Ете кешенең хәлен табиптар бик ауыр тип баһалай, улар интенсив терапия бүлексәһенә күсерелгән, – тине Максим Забелин.
Дөйөм алғанда, республикала коронавирус менән сирләгәндәр өсөн 1523 урын әҙерләнгән, әле уларҙың 30 проценты буш.

Башҡортостанда коронавирустан вакцинациялау әүҙем дауам итә. Был эш ял көндәрендә лә туҡталмай. Бөгөнгә ҡарата прививканың беренсе компонентын 360406 кеше һалдырған, 274381 кеше был ғәмәлде тулыһынса тамамлаған. Республикаға бөтәһе 406 мең доза вакцина килгән, уларҙы һалдырыу өсөн 167 вакцинация пункты эшләй.
Максим Забелин белдереүенсә, көн һайын 1000-дән ашыу кеше прививка яһата.

“Роспотребнадзор”ҙың төбәк ида­ралығы етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, Башҡортостанда эсәк инфекцияһы сирҙәре менән ауырығандар арта. Бер аҙна эсендә 175 кеше сирләгән, уларҙың 70 проценты – балалар.
Анна Казак белдереүенсә, күрһәт­кестәр норма сиктәрендә. Ошо миҙгелдә был сирҙәр йыл һайын артыусан.

Аҙна эсендә 12 кеше геморрагик биҙгәк менән сирләп киткән. 143271 киҫкен респиратор сир осрағы теркәлгән. Уларҙың яртыһы – балалар. Алдағы аҙна менән сағыштырғанда үҫеш 9,1 процент тәшкил иткән. Ә үткән йыл менән сағыштырғанда 13 процентҡа кәмерәк.
Коронавирусҡа килгәндә, 30 йәштән 49 йәшкә тиклемгеләр араһында сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә. Был кешеләрҙең ял ваҡытында зарарланыуына бәйле. Сит илдән 71215 кеше ҡайтҡан, уларҙың 960-ында коронавирус табылған. Уларҙың береһе лә коронавирустан прививка яһатмаған.
– Йәйге ял алдынан кешеләр менән әүҙемерәк эшләргә кәрәк, был коронавирустан вакцина яһатыуға бәйле.

Талпандарға килгәндә, аҙна эсендә дүрт мең кеше талпан ҡаҙалып мөрәжәғәт иткән. Был былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 26 процентҡа күберәк. Зарарланыу коэффициенты 0,7 процент тәшкил итә. Талпандарҙың 19,7 проценты боррелиоз йөрөтә. Һөҙөмтәлә бер кеше – талпан энцефалиты, икәү боррелиоз менән зарарланған. Парктарҙы талпандарҙан эшкәртеү дауам итә.
“Ҡот осҡос мәғәнәһеҙлек”


Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына ҡаты шелтә яһаны. Башлыса һүҙ баш ҡаланы йыйыш­тырыуға арналды. Шелтә Өфө ҡалаһы хакимиәтендәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенең яңы етәксеһенә ҡағылды.
– Кеше үҙенең ҡайҙа эшләгәнен аңламаған, ахыры. Пугачев урамын, юл үткәргесте, Салауат Юлаев проспектын ҡараһын. Мин бит Айҙа йәшәмәйем, көн һайын Өфөнө нисек йыйыштырыуҙары тураһында мәғлүмәт килеп тора. Мәғәнәһеҙлек! Дүрт миллион кеше йәшәгән республиканың баш ҡалаһы тап-таҙа булырға һәм сәскә атып ултырырға тейеш! – тине ул.
Ул Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Грековҡа йөкләмәләр бирҙе. Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ла был йүнәлештә эште көсәйтергә ҡушты.
– Яңауылға барып ҡарағыҙ, ҡасан барһаң да, унда тап-таҙа! Хәлдәр ҡатмарлы булһа ла, бәләкәй ҡалалар стандарттарҙан тайпылмай. Ә бында – ҡарағура! Киндер үҫтерәбеҙме әллә? Үҙәк урамдарҙа төҙөлөш сүп-сары ята, ташлап киткән машиналар, – тине Радий Хәбиров. – Ҡала беҙҙең йөҙөк ҡашы булырға тейеш! Саң осмаһын, үҫемлектәр тәртиптә булһын. Бәпкә үләндәре, тирәк йөнө... Улар – көслө аллерген да, балалар ыҙалана. Минең алда ҙур бурыстар тора, һәр урам һепереүсегә барып эш ҡушып йөрөй алмайым бит!
Республика етәксеһе баш ҡала хакимиәтенә Өфөнө тәртипкә килтереү өсөн бер аҙна ваҡыт бирҙе.

Радий Хәбировтан юлсыларға ла шелтә эләкте. Башлыса төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа юл тамғаларын һыҙыу эше ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы.
Республика етәксеһе фотоһүрәттәр күрһәтте. Береһендә Иглин районында Алаторка – Охлебинин автомобиль юлында йүнәтелмәгән юлға тамға һыҙғандар. Ошо уҡ юлда юл тамғаһы урыны менән бөтөнләй юҡ йә ҡыйыш-мыйыш һыҙылған. Радий Хәбиров транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульковҡа мөрәжәғәт итте.
– Тамға һыҙған кеше йоҡоһонан уянғанмы һуң, исмаһам? Хәҙер ямғырҙар башлана, ни эшләргә тейешбеҙ? Ошолай итеп һыҙылған буяу бер көндән юйылып бөтәсәк. Мин һеҙҙе ике тапҡыр киҫәттем, өсөнсөһө булмаясаҡ. Минең менән шаярмағыҙ. Бындай юл тамғаһы – енәйәт, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы тикшереүе мәғлүмәт­тәре буйынса, бер нисә районда эштәр алып барылмай тиерлек. 200 километр үтеп тә, тамға һыҙған подрядсыны тапмағандар.
Тағы ла тикшереү шуны асыҡлаған: тамға әҙерлекһеҙ урындарҙа һыҙылған. Юлда соҡорҙар ямалмаған, башҡа етешһеҙлектәр бөтөрөлмәгән. Шулай уҡ юл япмаһын бысраҡтан һәм саңдан да таҙартып тормағандар. Ҡайһы бер ерҙә тамға ҡыйыш һыҙылған, ҡайҙалыр насар күренә, юлдың ситенә һыҙып ҡуйғандары ла осраған.
Бынан тыш, подряд ойошмала­рының эштәрҙең тәүлек планын үтәмәүе асыҡланған. Улар эшләргә тейеш ваҡытта бөтөнләй күренмәгән. Радий Фәрит улы вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимовҡа был ойошмаларҙың етәкселәрен саҡырып һөйләшеү ойошторорға ҡушты.
– Йүнле юл тамғаһы беҙҙә буламы-юҡмы? Кадр ҡарарҙары ҡабул ителәсәк, – тине республика етәксеһе.

Быйыл юл тамғаларын һыҙыу өсөн Башҡортостан бюджетынан 317 миллион һум аҡса бүленгән.


Башҡортостанға рәхим итегеҙ!


Йәйге ял миҙгеле башланды. Башҡортостан уға әҙерме? Был турала республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова һөйләне.
– Ағымдағы йыл беҙҙең алда мөһим бурыстар ҡуя – туристар өсөн өҫтәмә хеҙмәттәр күрһәтеү, төбәктең сифатлы туристик продуктын әҙерләү, туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы тармағында эшләгәндәргә ярҙам күрһәтеү һәм мөмкин булған туристарға быйылға билдәле урындар, турҙар, маршруттар тураһында мәғлүмәт биреү, – тине ул.
Төбәктең туристик мөмкинлектәре тураһында күберәк кешеләр белһен өсөн комитет 2035 йылға тиклем Башҡортостанда туризмды үҫтереү стратегияһын эшләп сығарған. Ул быйыл июнь айында раҫланырға тейеш.
Башҡарылған эштәргә килгәндә, быйыл 3 апрелдән ял көндәрендә Өфө – Белорет – Өфө маршруты буйлап “Айғыр” туристик поезы йөрөй башланы. Былтыр был маршрут буйынса 40 мең пассажир ташығандар.
29 майҙан алып Өфөлә Terra Bashkiria проекты сиктәрендә ике ҡатлы экскурсия автобустары йөрөй башланы. “WorldSkills” һөнәри оҫталыҡ буйынса халыҡ-ара чемпионатҡа экскурсоводтар уҡытылған, унда ҡатнашыусылар өсөн йәйәүле һәм автобус экскурсиялары әҙерләнгән.

Төбәк туроператорҙары ял көнө турҙары буйынса тәҡдимдәр әҙерләгән. Республикалағы ҡунаҡханаларҙы классификациялау буйынса даими эштәр алып барыла.
Үҙаллы сәйәхәт итергә яратҡан туристарҙың уңайлығы өсөн быйыл май айынан интернетта weekendrb.ru сайты эшләй башланы. Унда Өфөлә урынлашыу урындары, ресторандар, баш ҡала һәм республика буйынса экскурсиялар тураһында мәғлүмәт бирелгән. Киләсәктә унда республика буйлап турҙар һатып алыу мөмкинлеге, ике ҡатлы автобусҡа экскурсияға яҙылыу мөмкинлеге буласаҡ. Сайт менән бер рәттән “Terra Bashkiria” мобиль ҡушымтаһын эшләү ҙә планлаштырыла.
Ситтән килгән туристар өсөн “өс-дүрт-биш” тип аталған махсус акция бар, был уларға ял көндәренә номерҙарға бронь һалыу өсөн уңайлы буласаҡ. Уға Башҡортостандың биш алдынғы отельеры ҡушылған да.
Быйыл ғинуар айында Бөрйән, Белорет, Ғафури һәм Ишембай райондарында Дмитрий Крыловтың “Юлъяҙма булмаған яҙмалар” тапшырыуҙары төшөрөлгән, уны 16 майҙа Беренсе каналдан күрһәттеләр.
– Әлеге ваҡытта республикала өс туристик-мәғлүмәт үҙәге эшләй. Улар Ишембай (“Торатау” геопаркы), Нуриман (Ҡыҙыл шишмә) һәм Салауат (“Янғантау” геопаркы) райондарында. Өфөлә Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала йәнә берәүҙе асыу планлаштырыла, – тине Эльмира Туҡанова.
Халыҡҡа һәм ҡунаҡтарға республи­каның туристик мөмкинлектәре тура­һында мәғлүмәт биреү өсөн комитет Өфө һәм республиканың туристик маршруттары схемалары эшлән­гән, улар рус һәм инглиз телдәрендә бөтәһе 480 мең дана баҫылған. Ғөмүмән, республиканы сит төбәктәрҙә танытыу өсөн байтаҡ эштәр башҡарыла. Ҙур форумдарҙа мәғлүмәттәр, махсус стендтар ҡуйыла. Шулай уҡ төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙа 1023 юл билдәһе урынлаштырылған. Йәнә 457-не ҡуйырға кәрәк. Шулай уҡ башҡортса тәржемәһе булған 512 билдә ҡуйыласаҡ.

Бынан тыш Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә 2020/2021 йылдарҙа мәктәп туҡланыуын ойоштороу һәм быйыл ғинуар-апрель айҙарында сәнәғәт үҫеше мәсьәләләре ҡаралды.

Читайте нас