“Ейәнсура таңдары” гәзитендә “Абдуллиндарҙың уҡытыусылар династияһы” тигән мәҡәләм баҫылғайны. Унда Абдуллиндарҙың нәҫелдәре менән мөғәллимлек һөнәрен һайлауы хаҡында бәйән иткәйнем.
Сәләхетдин ахун хәҙрәт Абдуллиндың өлкән улы Иҫәнғол мәсетенең муллаһы Нәжметдин икенсе улы Мөхәмәтфәтихте тәүҙә Ҡарғалы мәҙрәсәһендә уҡытҡан. Шунан рус яҙыусыһы Н.А. Крашенинниковтың Башҡортостан сигендәге Петровский утарында урынлашҡан гимназияһына биргән. 1919 йылда совет хөкүмәте урынлашҡас, гимназияны икенсе баҫҡыс Хеҙмәт мәктәбе тип үҙгәртәләр. Атаһы үлһә лә, Фәтих олатай уҡыуын ташламаған, 1920 йылда уны Маҡтау грамотаһы менән тамамлаған.
Артабан Ейәнсура районының Әбүләйес ауылында юрист булып эшләгән Юныс Бикбовтың ярҙамсыһы булған. Шунда етәксеһенең һеңлеһе Бибисара Яубаҫароваға өйләнгән. Улдары тыуғас, уға Бикбовтың атаһының исемен, йәғни Юлбарис тип ҡушалар. Фәтих олатай бер нисә йыл Сәлих улысында (Һүрәм Күгәрсенендә) ер эштәре бүлегендә эшләгән. Үргенгә ҡайтҡас, ТОЗ (товарищество по совместной обработке земли) ағзаһы ла булған. Башҡорт автономияһының 10 йыллыҡ юбилейы уңайы менән Үрген ауылында мәктәп төҙөү башланған. Ағастарҙы һал менән килтереп, матур итеп күтәреп ҡуйғандар. Тәүҙә белем усағын крәҫтиән йәштәре мәктәбе – ШКМ (школа крестьянской молодежи) тип йөрөткәндәр. 1932 йылдан ул ете йыллыҡ мәктәпкә әйләнгән. 1947 йылда республикабыҙҙың Мәғариф министрлығы аша юллап, Фәтих олатай Үрген мәктәбен районда берҙән-бер башҡорт урта мәктәбенә әйләндерткән. Беренсе сығарылыш 1950 йылда булды, һәм шул уҡ йылда Фәтих олатай директорлыҡтан китте, әммә уҡытыусылыҡ эшен 60 йәшендә генә ҡалдырҙы.
Үҙе һәм дүрт балаһы ғүмерҙәрен уҡытыусылыҡҡа арнаны. Һуғышҡа тиклем уҡыта башлаған Юлбарис Фәтих улы институтта математика серҙәрен өйрәнде, Байдәүләт ете йыллыҡ мәктәбе директоры булды, ә Айһылыу менән Аҡһылыу (Зинаида) – филологтар, Булат Фәтих улы – физика уҡытыусыһы, Иҫәнғол урта мәктәбендә завуч булып эшләне. Артабан ул химия фәндәрекандидаты дәрәжәһенә өлгәште һәм Башҡорт дәүләт педагогия институты доценты булды.
Фәтих олатайҙың ейәндәре Көнһылыу Юлбарис ҡыҙы менән Рәмил Ҡалмаҡушев – математика, Гүзәл Венер ҡыҙы – француз теле, Лариса Сөнәғәт ҡыҙы – инглиз теле, Найлә Юлбарис ҡыҙы – география, Ғәлиә Юлбарис ҡыҙы – музыка, Светлана Әмир ҡыҙы менән Рима Ҡалмаҡушева башланғыс кластар уҡытыусылары һөнәрен һайланы, ә Роза Әмир ҡыҙы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында информатиканан уҡытты. Фәтих Нәжметдин улынан башланған уҡытыусылар династияһында – 14 кеше. Ә Сәләхетдин ахун нәҫелендә 50-нән ашыу уҡытыусы бар.
Фәтих олатай менән Сара инәйҙең дүртенсе балаһы медицина өлкәһен һайлаған – Клара ошо көндәрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләй.
Йәш ҡыҙ 1958 йылда аттестат алғас, Салауат медицина училищеһында уҡый башлай һәм Сибай ҡалаһында уны тамамлай. Йәш белгес йүнәлтмә буйынса Өмбәттә фельдшер булып эшләй, Ғәббәс һәм Мәжит ауылдарын да хеҙмәтләндерә, кейәүгә сыға, ике ул таба. Өҫкәлек буйы халҡы уның эшенән бик ҡәнәғәт була. Врач бер нисә йыл Үргендә, Иҫәнғолда эшләй. Тырыш хеҙмәткәрҙе Өфөгә бер йыллыҡ курсҡа ебәрәләр. Шунда педагогия институтының биология факультетына ситтән тороп уҡырға инә, ләкин уны тамамлай алмай.
Атаһының икенсе апаһы Сафия һәм еҙнәһе Әһлиулла Хисмәтуллиндар, репрессиянан ҡасып, Үзбәкстанға киткән була. Уларҙың ике улы уҡытыусы ине, ә икәүһе Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булды, берҙән-бер ҡыҙҙары ғына колхозда тир түкте. Клараға ла “икмәккә бай Ташкент” яҡтарына сығып китергә тура килә. Үзбәк ҡатындарының байтаҡ балаһының кендек инәһе була ул.
Шунда осрашып, бер ҡышлаҡта йәшәп ҡалған Өмбәт ҡыҙы Миңһылыу менән дуҫлыҡтары һаман да дауам итә. Фәтих олатайҙың ошо балаһы ғына иҫән ҡалды хәҙер. Ул – ауылда әсәйем яғынан берҙән-бер яҡын туғаным.
Йәшем буйынса ла, Аллаға шөкөр, байтаҡҡа еткәс, һаулыҡ та самалы булғас, күптән яңғыҙ йәшәйем, Клара һылыуымдың ярҙамына бик мохтажмын. Ул – социаль ҡараусым, өйөмдө йыйыштыра, медицина ярҙамы күрһәтә, ҡар көрәй, тәмле бәлештәрен килтерә.
Яңыраҡ Байрас Абдуллиндың хәтер концертында шәп йыр яңғырағайны. Мәҡәләмде шул йыр (Байрас Абдуллин көйө, Шәриф Бикҡол һүҙҙәре) менән тамамлағым килә.
Күҙҙәремә бер ҡарауың етә,
Әлдә һин бар әле бәхетемә,
Әлдә һин бар әле донъяла!
Элекке класташтарың менән йыл һайын осрашып тораһығыҙ. Һеҙҙең сафтар ҙа һирәгәйә бара. Ҡалғандарығыҙҙың бөтәһенә лә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем. Йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ әле! Әйткәндәй, Үрген мәктәбе Гиппократ антын намыҫлы үтәгән байтаҡ табип әҙерләп сығарҙы. Ибраһим Рәхмәтуллин, Ләлә Аблаева, Рамаҙан Мырҙабаев, Миңшат Мырҙабаева, Гәүһәр Теләүғолова, Алсәсәк Фәхретдинова (Урманбәтова), Ғәйшә Иҙрисова, Барсын Хәлилова (Сәғәҙиева), Рамаҙан Тажетдинов, Дамир Хәсәнов һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.