Йәмғиәт
1 Июнь 2021, 03:30

Һәр кем бәхетле булһын!

Йылайыр районы Матрай ауылында урынлашҡан балалар приютында Баймаҡ районынан 12 бала тәрбиәләнә.

Кисә Баймаҡ районы йәштәр эштәре буйынса комитет белгестәре һәм ирекмәндәр "Балаларға байрам" хәйриә акцияһы сиктәрендә Йылайыр районы Матрай ауылында урынлашҡан балалар приютына юл тотто. Балаларға райондаштарыбыҙ тарафынан йыйылған бүләктәр тапшырылған. Был хаҡта район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет директоры Заһит Ғүмәров үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.

"Байрам ойошторорға оло теләген белдереп приютҡа комитет белгестәре менән бергә шәхси эшҡыуар Алина Ҡадирова ла барҙы. Уның төрлө ҡыҙыҡлы уйындары балаларҙың күңелен күтәрҙе һәм сараға йәм генә өҫтәне. Алина, йәштәр эштәре буйынса комитет исеменән һеҙгә акцияла ҡатнашыуығыҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм барлыҡ эштәрегеҙҙә тик уңыштар теләйбеҙ!
Тәрбиәләнеүселәр тапшырылған бүләктәргә, үткәрелгән уйындарға ҡәнәғәт ҡалды. Ә беҙ акцияла ҡатнашҡан һәр бер милләттәшебеҙгә рәхмәтлебеҙ! Әйткәндәй, хәйриә акцияһы комитет тарафынан беренсегә үткәрелмәй, шуға күрә, беҙҙең төркөмдәге яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ! Йөрәк ҡушыуы буйынса битараф булмаған һәр кем бындай акцияларҙа ҡатнаша ала! Миһырбанлы, мәрхәмәтле булайыҡ!".
Бәхетле бала саҡ һәр сабыйҙың күңелендә һәр ваҡыт ҡояш ҡалдырһын, күңелдәре шат йылмайһын! Бәхетле бала саҡ тик бәхетһеҙгә генә әйләнмәһен...
Фото: Заһит Ғүмәров.
Читайте нас