Йәмғиәт
1 Июнь 2021, 12:00

Радий ХӘБИРОВ: “Саҡмағош урамдары төҙөкләндерелде”

“Саҡмағоштағы был урамда һуңғы тапҡыр 2019 йылда булғайным. Бында күләүектәр, бысраҡ һәм емерелән асфальт ине..."

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһенән:
“Саҡмағоштағы был урамда һуңғы тапҡыр 2019 йылда булғайным. Бында күләүектәр, бысраҡ һәм емерелән асфальт ине. 2020 йылда Саҡмағоштоң урамдарын “Башҡорт ихталары” программаһы буйынса төҙөкләндерҙек.
Һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен. Бында йәшәүселәр ҙә ҡыуана. Бер каса сәй эсмәйенсә ебәрменеләр.
Бында ысын кешеләр йәшәй. Асыҡ күңеллеләр. Ғүмер буйы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар күп. Беҙҙең бурыс – уларға ярҙам итеү. Бюджет аҡсаһы менән ауырлыҡтар килеп сыҡты, әммә киләһе йылдан “Башҡорт ихаталары” программаһына финанслауҙы арттырасаҡбыҙ.
Әле Саҡмағош халҡы бассейн һорай. 2019 йылда бассейны булмаған 16 муниципалитетта төҙөлөш башларбыҙ тип вәғәҙә иткәйнем. Ике районда улар асылды. Бассейн кәрәклеге менән килешәм. Төҙөй башларбыҙ. Киләһе этап – физкультура-һауыҡтырыу комплекстары һәм боҙ һарайҙары.”
#Башкортостан #дома #Чекмагушевскийрайон #Башкирскиедворики
Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенән алынды.
Читайте нас