Кемдер балаларын ҡурсалап, утҡа-һыуға инергә әҙер торһа, йәмғиәттә кәкүк-әсәләр ҙә осрай. Ғәзиздәрен атайҙарына, туғандарына ҡалдырып сығып киткән күренештәр һирәк түгел. Март аҙағында республиканы шундай бер осраҡ тетрәтте. Өфөнән Анастасия Йәғәфәрова апаһы менән икеһен ташлап китеп, 14 йыл юғалып йөрөгән әсәһен тапты.
2007 йылда Ауырғазы районының Андреевка ауылынан 13 һәм 12 йәшлек ҡыҙҙарҙың әсәләре – ашнаҡсы Наталья Акимова Өфөгә медицина комиссияһы үтергә китә лә хәбәрһеҙ юғала. Атайҙары был ваҡытҡа вафат инде, ә ғаилә урындағы монастырҙағы монах ҡатындар ҡурсыуында йәшәгән була.
Ике йылдан урманда бер ҡатындың мәйете табыла. Үҫмерҙәргә уның сумкаһын һәм кейемен килтереп күрһәтәләр. Өлкән ҡыҙ Аня әйберҙәрҙең әсәһенеке икәнен таный, ә бәләкәсе Настя быға ҡырҡа ҡаршы була. Хатта әсәһе иҫән икәнен һиҙенеп, оҙаҡ йылдар буйы уның ҡәберенә лә барып урамай.
Ҡыҙҙар үҫә, кейәүгә сыға. Бик матур йәшәйҙәр. Аняның – ике, Настяның өс балаһы бар хәҙер. Әммә ул ғүмер буйы әсәһен табыуға өмөтөн өҙмәй. Һәм бер мәл Мәскәүгә телевидениеға хат яҙып, ярҙам һорай. Тапшырыу хәбәрселәре Наталья Акимованы эҙләй башлай. Фотоһүрәте буйынса Өфөнөң тимер юл вокзалында, асарбаҡтарҙың ҡунып сыҡҡан урындарында һорашалар. Һәм... ҡатынды таныған кешеләр табыла! Ул һин дә мин “Шанс” социаль приютында йәшәп ятҡан була.
Натальяның һөйләүенсә, теге ваҡыт уны Өфө урамында машина бәрҙерә. Дауаханала аңына килгәс, бер нимә лә иҫләмәй. Унда ярты йыл ята. Аҙаҡ Чернышевский урамындағы ике ҡатлы йортта бер ирҙең фатирына өйҙәш булып инә. Шул саҡтағы күршеләре әле уны таный.
Ҡатынды тағы бәхетһеҙлек һағалай: 2013 йылда бала урлауҙа ғәйепләп, төрмәгә ябалар. 2019 йылда иреккә сыҡҡас, урамда ҡала. Былтыр йәй асарбаҡ булып урам ҡыҙырып йөрөгәнендә ошо шәхси приютҡа барып эләгә. Уға йәшәргә бүлмә бирәләр, тамағын туйҙыралар, өҫтөн бөтәйтәләр. Наталья хатта ашнаҡсы булып китә һәм бында йәшәгәндәрҙең барыһына ла аш-һыу әҙерләй башлай.
Ҡыҫҡаһы, тормошо рәтләнгәндәй була. Әйтеүе буйынса, “Место встречи изменить нельзя” фильмын ҡарағанда авария күренешенән һиҫкәнеп китә һәм ҡыҙҙарын иҫенә төшөрә. Һорашып-эҙләп ҡараным, әммә эҙҙәренә төшә алманым, тип аҡлана ул.
Шуныһы ҡыҙыҡ: полицияла енәйәт ҡылған Наталья Акимованың шәхесен асыҡлағанда документтар буйынса уның “үлгән” икәнлеге билдәле була. Шуға күрә Андреевкалағы ҡәберҙе асып, мәйеткә тикшереү үткәрәләр. Һөҙөмтәлә уның Наталья түгеллеге раҫлана. Әммә ниңәлер был хаҡта берәү ҙә уның балаларына хәбәр итмәй! Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре битараф булмаһа, ҡыҙҙар шул ваҡытта уҡ әсәһен табыр ине.
Беренсе канал студияһына тапшырыуға килгән “кәкүк-әсә” ҡыҙы менән кейәүенән ғәфү үтенде. ДНК тесы уҙғарылғас, уның ысынлап Настяның әсәһе икәнлеге асыҡланды. Өлкәне Аня уның иҫәнлегенә лә ышанмаған һәм килеп тә тормаған...
Наталья Акимованың артабанғы яҙмышы нисек булыр? Ҡыҙҙары уны ғәфү итерме? Настяның ныҡышмаллыҡ менән әсәһен эҙләүенә ҡарағанда, иткәндәрҙер. Юғиһә Ауырғазы районы Өфөнән алыҫ та түгел, теләк булғанда ҡатын Андреевкаға барып әйләнер, балаларын эҙләр ине... Йәл, тик бына үҫмер саҡтарында атай-әсәйһеҙ ҡалып, етемлектә үҫкән ҡыҙҙарҙың бәхетле бала саҡҡа хоҡуҡтарын ғына бер нисек тә тергеҙеп булмай инде.