Йәмғиәт
1 Июнь 2021, 07:38

Тәтегәс бей тоҡомдары

Ҡабыҡҡыуыш ауылы кешеләре киләсәккә оло ышаныс менән ҡарай.

Ҡабыҡҡыуыш – минең булмыш,

Шул төбәктә тыуғанмын.

Ҡабыҡ түгел, алтын ул, тип

Йөрәгемә уйғанмын.


(М. Әхмәтова).


Хәбәрсе йөгөн тартыуыма ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙған, шул йылдар эсендә республикабыҙҙың һәр районында булырға тура килде. Мәҫәлән, Стәрлебаш районына бер нисә тапҡыр барҙыҡ, күп ерҙәр менән таныштыҡ. Ҡабыҡҡыуыш тураһында йыш ишетһәм дә, был ауылға бер тапҡыр ҙа аяҡ баҫмағанмын икән. Күптән түгел ошо хатаны төҙәтеп ҡуйҙыҡ.


Ҡабыҡҡыуышҡа иртә менән килеп төштөк, Шәжәрә байрамында ла ҡат­наштыҡ. Йорттарҙың тигеҙ генә теҙелеп ултырыуы һоҡландырҙы. Ысынлап та, Ҡабыҡҡыуыш – Стәрлебаш районында ғына түгел, республикабыҙҙа иң төҙөк һәм күркәм ауылдарҙың береһе.
Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Ҡа­быҡҡыуыш ауылының аҫаба кешеләре Тәтегәс бейҙең туранан-тура нәҫелдәре иҫәпләнә. Ошо үҙе үк был яҡтарҙа көслө нәҫелдең ғүмер итеүе тураһында һөйләй. Өфөлә үткән Шәжәрә байрамында мәктәп уҡыусыһының, ырыуым – Юрматы, ораным – аҡтайлаҡ, ҡошом – әтәлге, тамғам – һәнәк, ағасым – өйәңке, тип шартлатып яуап биреүе иҫтә ҡалды.
Һәр ауылды донъяға танытыр арҙаҡлы шәхестәре була. Әйтәйек, Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылы тура­һында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ башҡорт халҡының Юрматы ырыуы башлығы Тәтегәс бей күҙ алдына баҫа. Юрматы ырыуының шәжәрәһе буйынса Тәтегәс бей, ырыу башлыҡтары Аҙнай, Ҡармыш һәм Илсектимер менән бергә, юрма­тыларҙың Мәскәү дәүләтенә инеү шарттары тураһында һөйләшеүҙәр алып барған. Килешеү төҙөлгәндән һуң, 1557 йылда, Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеүен һәм ерҙәргә аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлаған жалованный Грамота алған. 1609 йылда Тәтегәс бейгә батша тарафынан мырҙа титулы бирелгән. Был ауылда көн иткән йөҙ башы Һибәтулла Яңыбаев, Тәтегәс бейҙең туранан-тура нәҫелдәре булараҡ, батшанан уларға дворян титулын һорап мөрәжәғәт иткән.
Бынан тыш, Ҡабыҡҡыуышта Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, хажи, ғалим Нурмөхәмәт Һөйәрғолов, Башҡортостандың атҡаҙан­ған сауҙа хеҙмәткәре Әнүәр Абдрахманов, танылған драматург, Башҡортостандың атҡаҙаған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәлиф Кинйәбаев, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илдар Лоҡманов, Рәсәй Юғары суды судьяһы Рәмил Әхмәтов, Стәрлебаш ра­йоны ҡоролтай рәйесе Рәйфә Ғәлиева, Башҡортостан Арбитраж суды судьяһы Гөлназ Әхмәтова, Башҡортостан Юғары суды судьялары Муллахмәт Әхмәтов, Айгөл Рәхмәтул­лина, Азамат Собхан­ғолов, Ленин ордены менән бүләкләнгән Йәмилә Собханғолова, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булған Миңле­ғәле Тәтегәсов, Рәжәп Ибраһимов, “Почет Билдәһе” орденлы Ғәлләметдин Һөйәр­ғолов, Раян Сатучин, Асия Рамаҙанова, Барый Һөйәрембәтов һәм башҡалар тыуған.
Стәрлебаш районы хакимиәте баш­лығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Флүр Шаһисолтанов ра­йондың бөгөнгө хәл-торошона ҡыҫҡаса байҡау яһаны, уңыштарҙы барланы. Флүр Әмир улының һүҙҙәренә ҡарағанда, быға хәтлем Ҡабыҡҡыуыш ауылында Урал батырға бәйләп, спортҡа арналған, шулай уҡ Ҡаҙ өмәһе, Ғаилә байрамдары шаулап-гөрләп уҙған. Ә инде Шәжәрә байрамын үткәреү тураһында әйткәс, етәкселек идеяны шунда уҡ күтәреп алған.
Флүр Шаһисолтанов Стәрлебаш ра­йоны хакимиәте башлығы Рөстәм Рах­манғоловтың ҡотлау сәләмен еткерҙе, бәйгенең ҡыҙыу барасағына баҫым яһаны, һынатмаҫҡа өндәне.
– Ҡабыҡҡыуыш ауылы кешеләре киләсәккә оло ышаныс менән ҡарай, – тине Флүр Әмир улы. – Бына ошо сифат бөгөн бик тә мөһим. Ҙур идеялар менән янған халыҡ менән эшләү – һәр кемебеҙ өсөн кинәнес һәм һөйөнөс.
Флүр Шаһисолтанов төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнаған Айгөл Собханғолова менән Әлфирә Сатучинаға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, бына нимәләр билдәле. XIX быуатта Ҡабыҡҡыуыш ауылында 28 хужалыҡ иҫәпләнгән, 194 кеше йәшәгән. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, бында 589 кеше йәшәгән. Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан 229 кеше киткән, шуларҙың 84-енә генә тыуған яҡтарына ҡайтыу бәхете тәтегән, ҡалған 145 һалдат Ватаныбыҙ өсөн яу яланында башын һалған. Шул иғтибарға лайыҡ: ауылды хозур тәбиғәтле Күндерәк йылғаһы һуғарып ята.
Хәҙер иһә ауыл тулы ҡанлы тормошта йәшәй. Бындағы урта мәктәптә йөҙгә яҡын ҡыҙ һәм малай уҡый, кескәйҙәр балалар баҡсаһына йөрөй, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, мәсеттән аҙан тауышы яңғырай, шәхси эшҡыуарҙар эштәрен киң йәйелдергән, магазиндар гөрләп эшләй. Сара барышында Ҡа­быҡҡыуыш ауылының иң бәләкәс кеше­һен – Даян Ишембәтовты (малай балалар баҡсаһына йөрөй) сәхнә түренә саҡырып бүләк тапшырҙылар. Ә ауылда иң оло инәй Ғәззә Абдрахмановаға 96 йәш икән, ул балаларының хәстәрлегендә ғүмер йомғағын һүтә.
Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылы хакимиәте башлығы Ринат Әхмә­тов ауылдаштарының уға теләктәш һәм ярҙамсыл булыуын билдәләне, һәр баш­ланғысты күтәреп алыуҙары тураһында бәйән итте.
– Бөгөн беҙҙә оло байрам, иң ҙур баш­ҡорт ауылдарының береһе Ҡабыҡ­ҡыуыш яҡташтарыбыҙҙы йыйҙы, – тип һөйләй Ринат Гәрәйша улы. – 2007 йылда Ҡабыҡҡыуыш, “Матур ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, беренсе урынды яулағайны. Районда уҙғарылған бәйгелә уңышлы сығыш яһап, республика кимә­ленә сыҡҡандары өсөн һәр кемдең шатлығы сикһеҙ. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ла һынатмаясаҡбыҙ, быға етди әҙерләндек.
Ринат Әхмәтов әйтеүенсә, Ҡабыҡҡы­уышты Башҡортостан кимәлендә күрһәтеү теләге уларҙа күптән барлыҡҡа килгән.

Башҡортостан Мәҙәни мираҫтың күсемһеҙ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин 2020 йылдың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителеүен хәтергә төшөрҙө, тап ошо залда башҡорт тарихын хөрмәт иткәндәр йыйылыуын билдәләне.
– Ҡабыҡҡыуыш менән Аллағыуат ауылдары араһындағы урынды ни сәбәптәндер халыҡ “Дальний овраг” һәм “Ближний овраг” тип әйтергә күнеккән, – тине Данир Әхмәҙи улы. – Ә ысынында уларҙың саф башҡорт атамаһы бар – был ерҙәр Талүҙәк һәм Гөлүҙәк тип йөрөтөлә. Улар Санкт-Петербург архи­вының картаһында күрһәтелгән һәм ошолай атала.
Данир Ғәйнуллин Ҡабыҡҡыуыш ауылы уртаһында Тамғалы таш ятыуын, уны һаҡлау сараһын күреү кәрәклеген аң­ғартты, Нурмөхәмәт Һөйәрғоловҡа, Нурлығаян Сатучинға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Атаҡлы тарихсы “История сел и деревень и сопредельных территорий” тигән китап авторы Әнүәр Әсфәндиәров 2010 йылда драматург Рәлиф Кинйәбаевҡа ауылдың йәйләү урынын күрһәткән. Баҡтиһәң, ҡабыҡҡыуыштарҙың йәйләүе Ишембай районының Ураҙбай ауылы янында булған.

– Шуға ҡыуанам, ауылым күркәмләнә, үҫә, бында изге күңелле кешеләр йәшәй. Ҡабыҡҡыуышҡа һәр саҡ ҡайтырға атлығып торам, унда миңә бөтәһе лә яҡын һәм ҡәҙерле, – тип һөйләне Рәлиф Мөстәҡим улы.
Билдәле йәмәғәт эшмәкәре Илдар Лоҡманов ете быуынын (Көҫәпҡол, Шәмсетдин, Кинйәбулат, Мостафа, Сәләхетдин, Миңләхмәт, Илдар) һанап ишеттерҙе.
– Һәр ауылдың бай тарихы бар, һүҙ ҙә юҡ, Ҡабыҡҡыуыш та – тарихи ауыл, – тине Илдар Миңләхмәт улы. – Бындағы һәр кеше – үҙенә күрә шәхес, уларҙың һәр береһе тураһында китап яҙырлыҡ. Әйткәндәй, бүтәндәр ауылдары тура­һында китап сығарған, беҙгә лә был изге эшкә тотонорға кәрәк һәм уны оҙаҡҡа һуҙмай аҙағына хәтлем алып барып сығарыу зарур.
Нурлығаян Сатучин иһә Ҡабыҡ­ҡыуыштың 15 шәжәрәһен төҙөп, сауаплы эш башҡарған. Шәжәрә ағасына гүзәл заттарҙың да исем-шәрифен тиккә генә индермәгәндәр, сөнки ҡатын-ҡыҙ – бала табыусы һәм тәрбиәсе.
Сәхнәгә данлы нәҫелдәрҙе – Абдрахмановтар, Әхмәтовтар, Баһауетдиновтар, Ибраһимовтар, Рамаҙановтар, Һөйәрғо­ловтар, Собханғоловтар, Лоҡмановтар, Ишембәтовтар, Сатучиндар, Фәйзул­линдар, Кинйәбаевтар, Усмановтар, Йәғәфәровтар һәм башҡаларҙы сығарып, тамашасыларға күрһәттеләр. Уларға ҡарап Нурмөхәмәт Һөйәрғолов дәү бер ағастың күҙ алдына килеп баҫыуын телгә алды.
Шәжәрә байрамы йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Бейеүселәр дәртле бейеүҙәре менән сәхнәне бер итһә, оҫталар йыр һуҙғанда һәр кем шатланды ла, моңланды ла. Ә инде ҡурайсылар ансамбле сәхнәгә күтәрелгәс, һәр кем үҙендә ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙе.


Стәрлебаш районы.
Читайте нас