Йәмғиәт
2 Июнь 2021, 14:00

Халыҡтың яратҡан урынына әүерелер

Борай ауылының үҙәк майҙанында Геройҙар аллеяһын комплекслы төҙөкләндереүҙең икенсе этабы бара.

Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Борай ауылының үҙәк майҙанында Геройҙар аллеяһын комплекслы төҙөкләндереүҙең икенсе этабы бара.
Бөтә эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы башҡарыла.
Бөгөн майҙанда бүре рәүешендәге яңы арт-объект – Борай районы символын ҡуйҙылар. Дизайн-макет авторы – башҡорт скульпторы Илдус Закиров. Мәғлүм булыуынса, район гербында һәм флагында күк бүре сағылған. “Скульптура бик матур һәм үҙенсәлекле килеп сыҡҡан. Яңы арт-объект район халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан фотоға төшөү урынына әүерелер тип ышанам”, – тине Борай районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Илгиз Харисов.
Әйткәндәй, Геройҙар аллеяһының үҙәк майҙанын төҙөкләндереүҙе 1 июлгә тамамларға ниәтләйҙәр.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/105907
Читайте нас