Бөгөн, 1 июндә, Өфөнөң Затон биҫтәһендәге заправкаларҙың береһендә “Мерседес” машинаһын ташлап киткәндәр. Хужаһы ла юҡ, телефон номерын да яҙып ҡалдырмағандар, тип хәбәр иткән “КП-Өфө” яңылыҡтар порталы.
Заправка хеҙмәткәрҙәре был сәйер машинанан ҡурҡып ҡала хатта. Тиҙ ярҙам хеҙмәтенә шылтыратырға мәжбүр булалар. АЗС биләмәһен дә ябып торалар, унда тиҙ арала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре килеп етә.
Тикшергәндән һуң машинаның хәүеф янамағанлығы асыҡлана. Шулай ҙа хужаһы табылмағас, шау-шыу тыуҙырған машинаны махсус туҡталҡаға эвакуациялайҙар.
Әлеге мәлдә машина хужаһын эҙләйҙәр, әгәр ул табылһа, был ҡылығы өсөн закон менән ҡаралған яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ, тип хәбәр итәләр Эске эштәр министрлығында.