Йәмғиәт
2 Июнь 2021, 17:45

Йөҙйәшәр инәйҙең хәлен белдек

"Беҙ ғаиләлә алты ҡыҙ үҫтек. Үҙем дә алты балаға ғүмер бирҙем. Әле иһә..."

Тәтешле районының Асыуйылға ауылында ошо көндәрҙә йөҙ йәшен тултырған Татьяна Нәбиуллина менән осраштыҡ. Ул улы Нәсимйән һәм килене Рәхибәнең ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер итә.
"Беҙ ғаиләлә алты ҡыҙ үҫтек, – тип һөйләй Татьяна Ивановна. – Анюта, Елена, Соня, Маруся исемле апай-һылыуҙарым бар ине, әле мин генә иҫән. Тыумышым менән Яңауыл районының Килдесән ауылынанмын, хәҙер был ауыл юҡ инде".
Татьяна Нәбиуллина һөйләүенсә, ул ире Андержан менән алты балаға ғүмер бүләк иткән. Закирйән менән Нәзирйән вафат булған. Бөгөн улдары Нәсимйән, Рәмил һәм ҡыҙҙары Арсена әсәләренең хәлен белешеп тора. Ул 21 ейән-ейәнсәренә, 31 бүлә-бүләсәренә, алты тыуа-тыуасарына бауыр баҫып йәшәй.
Фото: Илдар Аҡъюлов.
Читайте нас