Йәмғиәт
3 Июнь 2021, 16:46

Арыйһығыҙмы?

Яҙ бындай торош үҙен нығыраҡ һиҙҙерә. Хроник арыу синдромы тип атай уны белгестәр. Бындай сирҙән ҡотолоу өсөн иммунитетты, нервы системаһын нығытырға кәрәк. Ошо йәһәттән бер нисә ябай рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Яҙ бындай торош үҙен нығыраҡ һиҙҙерә. Хроник арыу синдромы тип атай уны белгестәр. Бындай сирҙән ҡотолоу өсөн иммунитетты, нервы системаһын нығытырға кәрәк. Ошо йәһәттән бер нисә ябай рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Таҙартылған бер стакан әстрхан сәтләүеге, шул уҡ күләмдә бал һәм лимон алығыҙ. Сәтләүек менән лимонды ваҡларға, шыйыҡ бал ҡойорға. Ике аҙна дауамында көнөнә өс тапҡыр берәр аш ҡалағы ашарға кәрәк. Әҙер ҡушылманы һыуытҡыста һаҡлағыҙ.
Яңы һығылған виноград һутын ашар алдынан ике аш ҡалағы эсегеҙ. Хәлегеҙ яҡшырғансы файҙаланырға мөмкин.
Ҡарағай ылыҫы ла тиҙ арала арыуҙы бөтөрә. Урманда йыйғас, йыуырға һәм духовкала 15 минут киптерергә. Ике аш ҡалағы ылыҫты ваҡларға, 200 миллилитр һыу ҡойорға һәм талғын утта 30 минут ҡайнатырға. Аҙаҡ өс аш ҡалағы бал һалып, йылы әйбергә төрөп, бер сәғәткә ултыртып торорға. Ун көн дауамында йоҡлар алдынан бер аш ҡалағы эсергә.
Был күптәр белгән рецепт та яҡшы һөҙөмтә бирә. 200 миллилитр һөт, бер аш ҡалағы бал һәм ярты аш ҡалағы киптерелгән аҡ сәскә (ромашка) алабыҙ. Уны һөткә ҡушып ҡайнатырға, бал һалып иретергә һәм һөҙөргә кәрәк. Йоҡлар алдынан эсергә тәҡдим ителә.
Читайте нас