Йәмғиәт
3 Июнь 2021, 12:00

Еңел дә, файҙалы ла

Был йәшелсәне диетологтар ҙа, спортсылар ҙа, гурмандар ҙа, сәләмәт ризыҡ ҡулланыусылар ҙа ярата. Уның ғәжәйеп сифаттары хаҡында...

Йәй көнө түтәлдәрҙә йәшелсә-емештәрҙең иҫәбе-һаны юҡ: рәхәтләнеп файҙалан ғына! Һутлы, оҙонса ҡабаҡтарҙы ғына алайыҡ: улар түтәлдә барлыҡҡа килеү менән ризыҡ итеп ҡуллана башларға мөмкин. Ғөмүмән, был йәшелсәне диетологтар ҙа, спортсылар ҙа, гурмандар ҙа, сәләмәт ризыҡ ҡулланыусылар ҙа ярата. Беҙ иһә йәшелсә тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирмәксебеҙ.
Оҙонса йәшелсә 95 процентҡа һыуҙан тора. Ә ҡалған 5 проценты – витамин һәм минералдар сығанағы.
Ҡабаҡта май кислотаһы юҡ тиерлек. Күҙәнәкле туҡыманан торғанға, туҡлыҡ тойғоһо бирә, аппетитты кәметә, шуға ла уны диета тотоусылар бик ярата. 100 грамм йәшелсәлә ни бары 24 килокалорий бар. Иң тәмле, наҙлы ҡабаҡтар 20 сантиметр оҙонлоҡҡа еткәнсе була.
Ҡабаҡтың һаулыҡ өсөн файҙаһы ҙур. Мәҫәлән, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы өсөн. Составында магний бар: 100 грамда 33 миллиграмм, был тәүлек ихтыяжының 10 проценты. Калий иһә 100 грамда 460 миллиграмм (тәүлек ихтыяжының 22 проценты), тимер (100 грамда 0,8 миллиграмм).
Магний һәм калий – йөрәк эшмәкәрлеге өсөн бик мөһим булған макроэлементтар. Уларҙың дефициты йөрәктең ишемик сиренә, артериаль гипертензияға, атеросклерозға һәм аритмияға килтереүе ихтимал. Ә бына натрий ҡабаҡта юҡ тиерлек: ни бары 100 грамға 3 миллиграмм ғына тура килә. Был да йөрәк өсөн бик яҡшы.
Унан тыш, ҡабаҡ аш эшкәртеү системаһы өсөн дә файҙалы. Иммунитет өсөн дә ифрат шәп, сөнки оҙаҡ һаҡлана, хатта өҙөлгәндән һуң ярты йыл ятһа ла, унда витаминдар була.
Ҡабаҡтағы тиамин (витамин В1) аш эшкәртеүҙе генә яҡшыртып ҡалмай, эндокрин һәм йөрәк-ҡан-тамарҙары эшмәкәрлеген рәткә килтерә.
Фолий кислотаһы (витамин В9) иммун һәм ҡан әйләнеше системаларына яҡшы тәьҫир итә. Уның миҡдары – 100 грамға 24 миллиграмм, йәғни тәүлек нормаһының 6 проценты.
Составында һыу күп булғанға, йәшелсә үт-бәүел бүлеп сығарыу системаһына ла ыңғай тәьҫир итә, организмдан артыҡ шыйыҡлыҡты сығара. Шуға ла ҡабаҡты шешенгән саҡта ашарға кәңәш итәләр. Ә нәҙек итеп туралған цукини (йәш ҡабаҡ) салатта ҡыярҙы ла алмаштыра ала.
Һөйәк-быуындар өсөн дә йәшелсәнең файҙаһы ҙур, сөнки составында һөйәктәрҙе, тештәрҙең эмален нығытыусы фосфор бар.
Тире өсөн дә ҡабаҡтарҙы файҙаланырға мөмкин, цукининан эшләнгән маска уны йәшәртә, шымарта. Токоферол (витамин Е) – көслө антиоксидант. Ул күҙәнәктәр ҡартайыуын яйлата, туҡымаларҙы тергеҙә, тонусты яҡшырта, ҡан тамырҙары үткәреүсәнлеген яҡшырта, ультрафиолет нурҙарҙан һаҡлай.
Аллергиянан яфаланғандар, гельмениттарҙан йонсоғандар ҙа рәхәтләнеп ҡабаҡ менән туҡлана ала – мотлаҡ файҙаһы тейәсәк.
Әммә шуныһы бар: аш эшкәртеү, ашҡаҙан-эсәк сирҙәренең киҫкенләшкән мәлендә йәшелсә менән мауығырға ярамай, елһенеү барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Фото: harvest-center.com.ua
Читайте нас