Йәмғиәт
3 Июнь 2021, 14:53

Өфөлә “АРТ-Ҡоролтай. Балалар 0+” үтте

Ул ижад менән шөғөлләнгән балаларҙы бергә тупланы.

1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында беренсе тапҡыр “АРТ-Ҡоролтай. Балалар 0+” форумы үтте. Унда төрлө тарафтарҙан кескәйҙәр килде. Улар байрам концерты ла ҡараны, төрлө һәләттәрҙе асҡан, үҙҙәрен һынап ҡарарға мөмкин булған майҙансыҡтарҙа ижади эш менән шөғөлләнде.


Төрлө мауыҡтырғыс майҙансыҡ­тар эшләне ул көндә: ижади төр­көмдәр, оҫталыҡ дәрестәре, фекер алышыу урындары, күргәҙмәләр һәм башҡалар. Иң кесе йәштән алып һәр бала үҙ ҡыҙыҡһыныуҙарына ярашлы майҙансыҡтарҙа ҡатнашты: иң бәләкәстәргә тәғәйенләнгән “Бэби-бум” зонаһы, “Минең кино”, “Телесфера”, “Театр – балаларға”, “Музыка һәм хореография”, “Архитектура”, “Заманса хореография лаборато­рияһы”, “Медиабум”, “Мин – актер”. Эш араһында теләгәндәр тиҫтерҙә­ренең матур сығыштарын да ҡарау мөмкинлегенә эйә булды. Форум барышында шулай уҡ балалар һәм ата-әсәләр Өфөнөң балалар сәнғәт мәктәптәре менән танышты, телә­гәндәр шунда уҡ көсөн дә һынап ҡарай алды.


Урамда ла, Салауат Юлаев майҙанында, төрлө уйын майҙандары ҡаралған ине. Бында мимдар, аквагрим оҫталары эшләне, төрлө балалар ижади коллективтарының сығыштары гөрләп барҙы.


Форумдың эшлекле өлөшөн – пленар ултырышты “Тамыр” каналының йәш алып барыусылары Рөстәм Төхбәтов менән Настя Бурмистрова алып барҙы. Һөйләшеүҙә сәнғәт, шулай уҡ урта дөйөм белем биреү мәктәптәре, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты, Татарстандың Аҡтаныш районынан да вәкилдәр булды. Сараның ҡунаҡтары – республика Башлы­ғының ҡатыны Каринэ Хәбирова һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова йәш быуын вәкилдәре менән ихлас аралашты.


– Беҙ, өлкәндәр, барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән. Шуға ла һеҙҙе яҡшыраҡ аңларға, ярҙам итергә тейешбеҙ, – тине Каринэ Хәбирова. – Балалар форумының Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә үткәне символик мәғәнәгә эйә. Бындай йыйындар беҙгә һеҙҙең уй-маҡсаттарығыҙҙы, күңеле­геҙҙе тағы ла нығыраҡ аңларға ярҙам итер тип өмөтләнәм.


Ултырышта балалар үҙҙәренең форум майҙансыҡтарында бергәләп эшләгән төрлө ижади проекттарын тәҡдим итте, ҡыҙыҡһынғандарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.


Һуңынан балалар АРТ-ҡорол­тайының резолюцияһы проекты ҡаралды. Унда ижади майҙансыҡтар төҙөгәндә, ниндәйҙер биләмәләрҙе күркәмләндереү эшен бойомға ашырғанда балаларҙың да фекеренә ҡолаҡ һалырға, тигән теләк тә булды.


Форум барышында “Төньяҡ балҡышы” республика балалар һүрәттәре конкурсының еңеүселәрен дә бүләкләнеләр.

Пленар өлөштән һуң йырлы-моңло тамаша дауам итте. Бында үҙҙәрен сәнғәт, ижад юлында тапҡан талантлы балалар сығыш яһаны.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә үткән мәртәбәле сара унда ҡатнашҡандарҙың күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырып, ижадҡа булған ҡыҙыҡһыныуҙарын көсәйтеп, үҙҙәрен сәнғәт өлкәһенә бағышлау, был даирәгә ниндәйҙер яңылыҡ индереү теләген арттырғандыр, моғайын.



Читайте нас