Алина Ғафарова 1993 йылдың 15 октябрендә Салауат ҡалаһында тыуған. Ошо ҡалалағы башҡорт гимназияһын, аҙаҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған.
“Бала саҡтан кейем тегеү менән мауыҡтым, оҫта ҡулдар түңәрәгенә йөрөнөм. Тәғәйен һөнәргә уҡып, юғары белем алһам да, оҙаҡ ваҡыт үҙемде эҙләнем. Бер мәл үҙемә күлдәк тегергә ҡарар иттем һәм тегеү курсына яҙылдым. Бер ай эсендә оҫталыҡ серҙәренә төшөнөп, гардеробымды үҙем теккән кейемдәр менән тултырҙым”, – ти Алина иң яратҡан шөғөлө хаҡында.
Тегеү уның өсөн күңел йыуанысы ла. Теген машинаһы артына ултырғанда ҡыҙ бөтә донъяһын онота, был шөғөл уға медитация кеүек тәьҫир итә икән. Сифатлы әйберҙәр менән һатыу иткән һәйбәт кибеттәрҙә лә насар сифатлы туҡыманан кейемдәр осрай, был Алинаны тәғәйен аҙымдарға этәрә.
“Нимәлер оҡшамаһа, был хәлгә үҙгәреш индер, тиҙәр. Сифатлы туҡымалар табып, үҙемә кейем тегә башланым. Яҡындарымдың, дуҫтарымдың, таныштарымдың маҡтаулы, һоҡланыулы һүҙҙәре мине ҡанатландырып ебәрҙе. Ошо сәбәптән башҡалар өсөн дә кейем тегеү уйы тыуҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн матур кейем тегеп уларҙы бәхетле иткем килә, шуға Genetica исемле брендымды булдырырға ҡарар иттем”.
Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru 1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙәйәсәк.