Умарта – бал ҡорттарының торлағы, улар унда балауыҙ кәрәҙенән оя яһай. Кәрәҙ күҙәнәктәрендә бал ҡорттары үрсей (үрсемдәрҙе – бала ҡорттарҙы тәрбиәләйҙәр), аҙыҡ – бал һәм һитә запасын туплай. Ә оло бал ҡорттары рамдар араһындағы аралыҡҡа (кәрәҙҙәр араһындағы бушлыҡҡа) урынлаша. Умарта ояларҙы һәм бал ҡорттарын тышҡы һауаның насар шарттарынан һаҡлай, бал ҡорттары бүлеп сығарған йылылыҡтың тотороҡлолоғон тәьмин итә.
Боронғо замандарҙа ҡырағай бал ҡорттарының торлағы булып ҡая ярыҡтары, мәмерйәләр һәм ағас ҡыуышлыҡтары һаналған. Унда кешеләр бал ҡорттарын үҙ мәнфәғәтенә буйһондорған – «ҡулға эйәләштергән» һәм солоҡтарға, түмәр (дүңгәк) умарталарға күсергән, һуңынан бал ҡорттарын тәрбиәләүҙә тағатылмай торған, унан һүтелмәле корпуслы умарталарҙы ла ҡуллана башлай.
Хәҙерге ваҡытта умартасылар рамлы умарталарҙың ике төрөн: вертикаль терәүлеһен һәм горизонталь ятмалыһын (лежаки) файҙалана. Вертикаль умарталарҙың күләме кәрәк саҡта өҫтәмә юғары корпустар һәм магазин ялғанмалары ҡуйыу юлы менән арттырыла. Бындай умарталарҙың бейеклеге уларҙың оҙонлоғонан һәм киңлегенән артыҡ була. Горизонталь умарталарҙың киңлеге бейеклегенән артыҡ, һәм уларҙың күләме бейеклеккә түгел, ә ян-яҡҡа арттырыла.
Йыш ҡына кешеләр: «Ниндәй умарта яҡшыраҡ, уларҙың ниндәйендә бал ҡорттарын тоторға икән?» – тип һорай. Бер төрлө яуап биреүе ауыр һәм мөмкин дә түгел. Күп йыллыҡ тәжрибәнән сығып, умартасылар күпселек ваҡытта, вертикаль умарталар бал ҡорттарының биологик талаптарына һәм уларҙы тәрбиәләүҙең интенсив технологияһына тап килә, тип яуап бирә. Әйтергә кәрәк, ике корпуслы, ике магазин ялғанмалы 12 рамлы (дадан) умарталар һәм 4-5 корпуслы умарталар, шулай уҡ күп корпуслы умартаның ике корпусы һәм яртышар рамдары (оя рамдарынан икеләтә бәләкәй) менән ике-өс магазинлы умарталар уңай.
Ләкин ҡайһы бер умартасылар горизонталь ятмалы умарталарҙы ла ярата һәм уңышлы файҙалана. Бындай умарталарҙа яҙ көнө бер тигеҙ итеп ояларҙы киңәйтеү ғәмәлгә ашырыла. Шулай иткәндә, балды алыу, умартанан баллы кәрәҙҙәрҙе сығарыу һәм бал ҡорттарына ҡышҡылыҡҡа оялар йыйыу ҡулайыраҡ. Ятмалы умарталарҙың (20 һәм 24 рамлы) етешһеҙлеге шунда: ул күсереп йөрөтөүгә ауыр һәм бик ҙур.
Умарта ҡоро, йылы, яҡшы елләтерлек, яуым-төшөмдән һәм тышҡы температураның киҫкен үҙгәреүенән бал ҡорттарын ышаныслы һаҡларлыҡ һәм ҡышҡы осорҙа уларҙың һәләк булмауын тәьмин итерлек булырға тейеш.
Бал ҡорттарының биологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, бөтә типтағы умарталарға ла эске ояларҙың мәжбүри ҙурлығы (үлсәме) булырға тейеш:
3 ике оя кәрәҙе араһындағы аралыҡ — 37 миллиметр;
3 йәнәш кәрәҙҙәр араһындағы буш урындар, бал ҡорттары өсөн йөрөү юлдарының ҙурлығы — 12 миллиметр (был ике бал ҡорто бейеклеге);
3 рамдарҙың ҡабырғалағы планкалары һәм умартаның ситтәре (стенаһы) араһындағы аралыҡ — 7,5 миллиметр; рамдарҙың өҫтөндәге аралыҡ — 8 мм; рамдар аҫтындағы бушлыҡ (рамдың аҫҡы планкаһынан умартаның төбөнә тиклем) — 20 миллиметр.
Умартаны яһағанда мотлаҡ рәүештә ошо параметрҙарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Әгәр ҙә был үлсәмдәрҙе сикләһәң, ул саҡта бал ҡорттарына үтеп йөрөү өсөн ҡыҫынҡы буласаҡ. Әгәр ҙә ҙурайтыбыраҡ ебәрһәң, улар буш урында кәрәҙ төҙөй, балауыҙ оролары «телсәләр» һаласаҡ. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: бал ҡорттары бушлыҡты яратмай һәм бының менән килешә алмай.
Умарталарҙы һәм рамдарҙы башлыса ылыҫлы һәм япраҡлы йомшаҡ ағастарҙан: ыҫмалаһыҙ ҡарағайҙан, шыршынан, йүкәнән, тирәктән, күк тирәктән һәм уҫаҡтан эшләйҙәр. Шулай уҡ һирәк осраҡта ҡыҙыл талдан, өйәңкенән һәм ҡараманан яһайҙар. Зинһар, умарта эшләйбеҙ тип, һыу, йылға буйҙарында ундай ағастарҙы йыҡмағыҙ! Ағастың еүешлеге 15 проценттан артырға тейеш түгел. Умарта эшләү өсөн ағас беренсе һәм икенсе сортлы булһын, ә рамдар өсөн 3-5-се сортлыһын да файҙаланырға мөмкин. Ҡаты тоҡомло ағастар (ҡайын кеүек) эшкә яраҡлы түгел, улар ауыр була һәм йылылыҡты насар һаҡлай.
Ағас сирһеҙ, тура ҡатламлы, бөжәктәр йырғысламаған, серегән һәм ярылған урындарһыҙ булырға тейеш. Ҡушылып үҫкән бәләкәс ботаҡтар рөхсәт ителә.
Умарта эшләү өсөн тағы ла бер-ике кәңәш. Умарта яһау ниәтенән үтә йәш ағасты киҫмәҫкә кәрәк. Ни өсөн? Беренсенән, беҙҙең тәбиғәтте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында, икенсенән, ҡорт айырған осорҙа умарталыҡты ташлап ситкә осоп киткән бер күс тә, шулай уҡ кейек ҡорттар ҙа йәш ағасҡа барып ҡунмай бит, ә ҡартыраҡ ағастың ҡыуышына һарый.
Умарта эшләгәс, уны оҙаҡ йылдар ҡулланыу һәм бал ҡорттары үҙ умартаһын тиҙерәк тапһын өсөн тәүҙә әлиф, шунан умартаның тыш яғын аҡ, зәңгәр, күк, һары, йәшел төҫтәргә буярға кәрәк (ҡорттар ошо төҫтәрҙе яҡшы күрә һәм айыра). Майлы буяу ҡулланыу һәйбәт. Эмаль иһә насар, тиҙ ҡубыусан була.
Корпус – унда умартаның ҙур рамдары менән бал ҡорттарының оялары урынлаштырыла.
Магазин өҫтәмәһе — унда бал йыйыу осоронда балды һалыу өсөн ярты, магазин рамдары ҡуйыла.
Ҡапҡас – яҫы, бер яҡҡа иңкеү, ике яҡҡа иңкеү, корпусҡа йәки магазин өҫтәмәһенә кейҙерелә.
Аҫҡы ҡапҡас — умартаның түшәмен нығытҡан беркеткес, бында кәмәшәүҙәрҙе урынлаштыралар, өҫкә йылытҡыс материалды (яҫтыҡты) һалалар.
Төп – ысҡындырып алынмалы йәки түбәнге кейәһе һәм осоп килеп ултырыу таҡтаһы менән тотош корпусҡа ҡағылған булырға мөмкин.
Оя һәм магазин рамдары була. Уларҙа бал ҡорттары кәрәҙ – ояларҙың нигеҙен һуҙа. Һәр рам өҫкө һәм аҫҡы бурсанан, ике ян-яҡ планканан тора. Өҫкө бурсаның ике башы рамды умартаға элеп ҡуйыу өсөн 10-ар миллиметр оҙонлоҡҡа артып сығып тора. Бөтә төр умарталарҙа ла рамдың өҫкө бурсаһы һәм ян-яҡ планкалары яҫылығы буйынса бер тигеҙ – 25 миллиметр була (өҫкө өлөштә 1/3 бейеклеккә улар 37 миллиметрға тиклем киңәйтелгән); өҫкө бурсаның ҡалынлығы 20–22 миллиметр, ян-яҡтағылары 8–10 миллиметр. Аҫҡы бурса оҙонлоғо буйынса рамдың асыҡлығына тигеҙ, ә киҫелеше буйынса 15x15 миллиметр тәшкил итә. Ян-яҡ планкаларҙы өҫкө һәм аҫҡы бурсаларға 30–35 миллиметрлы ҡаҙау менән ҡағалар.
Стандарт оя рамдарының күләме – 435x300 миллиметр (оҙонлоғо һәм бейеклеге), һүрәттә ҡарағыҙ! Күп корпуслы умартаның рамдар үлсәме – 435x230 миллиметр, ә магазиндың яртылаш рамдар үлсәмдәре – 435x145 миллиметр; ошо һуңғы әйткән ике төрлө рамдарҙың башҡа үлсәмдәре (киңлеге, яҫылығы һ.б.) оя рамдары менән бер иш.
Умарта эшләргә йәки һатып алырға теләүселәргә тағы ла бер әйтер һүҙебеҙ бар: умарталар яһау өсөн шулай уҡ пенополистирол, пенопласт файҙаланалар. Умартасыларҙың умарта эшләү өсөн ҡамыш, пресланған юнысҡы, ағас бетоны һәм башҡа материалдарҙы файҙаланыу осрағы ла бар. Шулай ҙа умарта өсөн иң һәйбәт материал – ағас.