Йәмғиәт
3 Июнь 2021, 16:48

Үксәгеҙ ярылһа...

Йәй етте. Ябыҡ аяҡ кейеме һәм ойоҡбаш асыҡ аяҡ кейеменә алмашынды. Ә үксәгеҙҙең хәле нисек? Йомшаҡ һәм матурмы? Был бәләкәй генә етешһеҙлектең дә ҙур уңайһыҙлыҡ килтереүе ихтимал.

Йәй етте. Ябыҡ аяҡ кейеме һәм ойоҡбаш асыҡ аяҡ кейеменә алмашынды. Ә үксәгеҙҙең хәле нисек? Йомшаҡ һәм матурмы? Был бәләкәй генә етешһеҙлектең дә ҙур уңайһыҙлыҡ килтереүе ихтимал.


Шулай итеп, үксәгеҙ ҡоро һәм ярыла икән, был проблеманы еңел хәл итергә була. Бының өсөн ни бары бер генә ингредиент кәрәк. Ул – водород перекисе.

Уны йылы һыуға ҡушырға кәрәк. 1,5 литр һыуға дүрт аш ҡалағы перекись алабыҙ. Һыуҙың температураһы һеҙҙең өсөн уңайлы булырға тейеш.


Ошо төнәтмәлә ун минут самаһы ултырабыҙ. Әгәр тирегеҙ ҡоро һәм үксәгеҙ ныҡ ярылған икән, ваҡытты аҙыраҡ оҙайтырға була.


Был төнәтмәнән һуң аяҡтар тап-таҙа буласаҡ. Ипләп кенә пемза менән ҡырып, тиренең үле участкаларын алып ташларға онотмағыҙ. Аҙағынан крем һөртөп ҡуйырға кәрәк.


Бындай ваннаны аҙнаһына бер тапҡырҙан да йышыраҡ эшләмәгеҙ.
Читайте нас