Йәмғиәт
3 Июнь 2021, 15:18

Мәңгелек ҡиммәттәргә тоғро ҡалып

Күптән түгел, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, баш ҡалала ҙур сара – “Ғаилә ҡиммәттәре-2021” фестивале үткәйне. Ул 2012 йылдан алып уҙғарыла, йыл һайын аныҡ бер темаға арнала. Ошо ваҡыт арауығында сараларҙа йөҙҙән ашыу ғаилә ҡатнашҡан. Улар араһында ошо яҙма геройҙары ла бар.

Күптән түгел, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, баш ҡалала ҙур сара – “Ғаилә ҡиммәттәре-2021” фестивале үткәйне. Ул 2012 йылдан алып уҙғарыла, йыл һайын аныҡ бер темаға арнала. Ошо ваҡыт арауығында сараларҙа йөҙҙән ашыу ғаилә ҡатнашҡан. Улар араһында ошо яҙма геройҙары ла бар.


Саҡмаған ҡорттар ҙа була...


Хәйбулла районынан килгән Солтановтар – былтыр республикала ойошторолған “Кадрҙа – ғаилә” конкурсында еңеүселәр иҫәбендә. Аҡъяр ауылында йәшәгән күмәк балалы ғаилә умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Әлфиә Илшат ҡыҙы һәм Ринат Рәшит улы сығыштары менән Йылайыр районынан. Педагогия йүнәлеше буйынса белем алғас, Хәйбулла районы үҙәгендә төпләнгәндәр. Әлеге ваҡытта ғаилә башлығы Аҡъяр тау колледжында директор урынбаҫары вазифаһын башҡара, Әлфиә Илшат ҡыҙы иһә урындағы “Ғаилә” хеҙмәтендә эшләй. Улар ун, туғыҙ һәм ике йәшлек өс бала тәрбиәләй.
Әлфиә ханым әйтеүенсә, уның тормош иптәше 12 йәшенән үк ҡортсолоҡ менән ҡыҙыҡһынған. Баланың ысын күңелдән бал ҡорттарын үҙ иткәнен күреп, әсәһе уға ике умарта бүләк иткән.
– Шул мәлдән башлап 17 йыл ул умартасылыҡ менән шөғөлләнә, мин дә ылығып киттем. Ҙур йорт һалып сыҡтыҡ, бал ҡорттарын тәрбиәләү йәшәү рәүешенә әүерелде. Балаларҙы ла ошо эшкә ылыҡтырабыҙ, төрлө тәжрибәләр үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, агрессив булмаған, саҡмаған бал ҡорттарын алып ҡыуандыҡ.
“Кадрҙа – ғаилә” конкурсында ҡатнашыу беҙҙең өсөн ҙур этәргес булды. Донъя күрҙек, үҙебеҙ ише ғаиләләр менән таныштыҡ. Ҡортсолоҡ бик тә күңелебеҙгә ята, сөнки, беренсенән, бал файҙалы, икенсенән, килем дә алып була.
Күп балалы ғаилә тип әйтһәләр ҙә, был билдәләмә менән ризалашмайым: лайыҡлы йәшәһәң, тырышһаң, был һис тә күп, артыҡ түгел, ғаилә бөтөн булһын тиһәң, унда кәмендә өс бала булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Әйткәндәй, Ринат ғаиләлә бер үҙе үҫкән, ә мин биш бала араһында тәрбиә­ләндем. Икебеҙҙе лә берләштергән һыҙат – лайыҡлы, маҡсатлы балалар тәрбиәләү. Умартасылыҡҡа килгәндә, ғаилә кәсебен артабан үҫтереп, республика, Рәсәй, донъя кимәлендәге баҙарға сығырға хыялланабыҙ, – ти Әлфиә Илшат ҡыҙы.


Ир-егет эше тип тормайҙар...


Күгәрсен районынан килгән Мәжитовтар ҙа – былтыр республикала ойошторолған “Кадрҙа – ғаилә” конкурсында ҡатнашыусы­лар иҫәбендә. Дилә Мөхәмәтнур ҡыҙы менән Дамир Әмир улы өс ҡыҙ тәрбиәләй.
Ғаилә башлығы – алтын ҡуллы кеше, Мораҡтағы 1-се мәктәптә хеҙмәт дәресенән уҡыта, ағастан һәм тимерҙән иретеп йәбештереп, төрлө йыһаз, донъя кәрәк-ярағы эшләй. Ҡатыны әйтеүенсә, бик теләгәндә, Дамир Мәжитов шәхси эшҡыуар ҙа була алыр һәм йыһаз етештереү менән шөғөлләнер ине. Әммә ул мәктәптә дәрестәренә ихлас йөрөгән уҡыусыларын уйлай: араларында атай тәрбиәһе күрмәгән балалар ҙа бар, уларға эш рәтен үҙе өйрәтмәһә, кем өйрәтер? Шуға ла күңеле мәктәптә, балалар янында булған педагог яратҡан шөғөлдәренә буш ваҡытын бағышлай.

Дилә Мөхәмәтнур ҡыҙы урындағы балалар баҡсаһында логопед булып эшләй. Мәжи­товтарҙың өс ҡыҙы бар: Алһыу, Дилбәр, Диләрә. Иң ҙурына – 14, уртансыһына – 10, бәләкәйенә алты йәш.
– Беҙ райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашабыҙ, Тауарҙарыбыҙҙы йәрминкәләргә сығарабыҙ. Үҙ тырышлығыбыҙ менән йорт һалып сыҡтыҡ, ундағы барлыҡ йыһаз-ҡорамалды Дамир үҙ ҡулдары менән эшләне. Ҡыҙҙарыбыҙҙы ла ағас эшенә ылыҡтырабыҙ: улар ир-егет һөнәре тип тормай, таҡта ырып эшләргә лә, йышырға ла өйрәнде. Ағастан эшләнгән һауыт-һабаны өйҙә рәхәтләнеп ҡулланабыҙ: был матур ҙа, экологик йәһәттән дә хәүефһеҙ.
Мәжитовтар – рухлы, берҙәм ғаилә. Бер һүҙле, уртаҡ маҡсатлы булғанға эштәре ырай, тормоштары ла уңыштарҙан тора.

Ғөмүмән, фестивалдә республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән булдыҡлы, берҙәм, һәләтле ғаиләләр күп ине. Бәғзеләре 7, 9, 10 бала тәрбиәләй, улар менән бергә ғаилә ансамблдәре ойошторорға ла, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Һис шикһеҙ, был фестиваль дә күп балалы ғаиләләрҙең ижади һәм эшлекле ҡеүәтен күтәреүгә, һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ иткәндер, лайыҡлы тормошта йәшәү һәм эшләү өсөн этәргес булғандыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Читайте нас