Ауылда тауыҡтар йомортҡа һала башланы. Ҡала кешеһенең дә ошо файҙалы һәм туҡлыҡлы аҙыҡты ашағыһы килә. Әммә был ябай ғына ризыҡтың да үҙенсәлектәре байтаҡ.
Сафлығын нисек асыҡларға?
Үҙеңдең тауығың һалған йомортҡаның яраҡлылыҡ ваҡытын, сафлығын белеп тораһың. Ә һатып алған саҡта нисек алданмаҫҡа? Магазинда кәштәнең артҡы рәттәрендә ятҡандарына иғтибар итегеҙ. Ҡағиҙә булараҡ, тап төпкә яңы һалынғандары ята. Шуныһын да хәтерҙә тотоғоҙ: йомортҡа ни тиклем ауырыраҡ, ул шул тиклем яңыраҡ. Иҫкеләре иһә еңеләйә.
Тағы бер алым. Стаканға һыу һалығыҙ ҙа йомортҡаны төшөрөгөҙ. Ул стакан төбөнә төшөп китһә, тимәк, яңы, өҫкә ҡалҡып сыҡһа – иҫкергән. Стакандың урта өлөшөндә йөҙөп йөрөһә, боҙолоп бөтмәгән, тик шулай ҙа һағыраҡ булырға һәм уны ҡамыр өсөн генә файҙаланырға мөмкин.
Эш шунда: йомортҡаның ҡабығы күҙәүле була. Тауыҡ уны һалғандан һуң ни тиклем оҙағыраҡ ваҡыт үтә, эсендә һауа шул тиклем күберәк йыйыла.
Һыуытҡыста. Йомортҡаның тупаҫ осон өҫкә ҡуйып тоторға кәрәк. Был саҡта уның эсендәге һауа ҡыуышлығына зыян килмәй һәм ул оҙағыраҡ ваҡыт саф булып ҡала.
Йомортҡаны 2-4 градус йылылыҡта һаҡларға кәрәк. Ғәҙәттә, был ризыҡты һыуытҡыстың ишегендә тотабыҙ. Тик ул дөрөҫ түгел, сөнки ишек – ундағы иң йылы урын. Иң яҡшыһы,ҡатырға йәки пластик ҡапҡа һалып, өҫкө кәштәлә тоторға. Ябыҡ һауытта тотоу ҙа кәрәкле ғәмәл, ул йомортҡаны сит еҫтәрҙән һаҡлай. Төрлө еҫтәр ҡабыҡтың күҙәүе аша һеңә.
Диетик йомортҡа – ете тәүлек, аш-һыу йомортҡаһы 25 тәүлеккә тиклем һаҡлана ала.
Әгәр йомортҡаны оҙайлы ваҡыт, бер айҙан күберәк осорға һаҡларға кәрәк икән, бының сере бар. Уларҙы һәйбәтләп йыуырға һәм дүрт сәғәт дауамында еңелсә генә марганцовка иретмәһендә тоторға кәрәк. Киптерергә, һәр береһен таҙа ҡағыҙға төрөргә лә һалҡын урынға ҡуйырға.
Тағы бер ысул: ҡатырға йәки ағас йәшниккә һалырға, көл һәм тоҙ ҡатнашмаһы менән күмергә.
Ҡабығы сатнамаһын өсөн...
Бешергән саҡта йыш ҡына йомортҡаның ҡабығы сатнай. Сәбәбе билдәле: нәзәкәтле ҡабыҡ ҡайнар һыуға түҙмәй. Бынан ҡасыу юлдары байтаҡ:
l йомортҡаның тупаҫ яғын энә менән тишергә;
l йомортҡаны һалҡын һыуға һалырға;
l бүлмә температураһындағы йомортҡаны ғына бешерергә була, һыуытҡыстан алғас, ярты сәғәт йылыла ятып торһон;
l йомортҡа бешкән һыуға күп кенә тоҙ һалырға кәрәк;
l кәстрүл төбөнә түңкәрелгән тәрилкә һалырға мөмкин;
l бешерер өсөн бәләкәйерәк йомортҡа һайларға. Уларҙың ҡабығы ныҡлыраҡ була.
l бешер-бешмәҫ йомортҡа өсөн, һыу ҡайнағандан һуң ике-өс минут тотоу етә;
l уртаса бешкәнлек өсөн – дүрт минут;
l тулыһынса бешерер өсөн – һигеҙ-туғыҙ минут.
l әгәр йомортҡаға аҙнанан әҙерәк ваҡыт икән, уны ҡайнар һыуҙа өс минутҡа артығыраҡ тоторға кәрәк;
Йомортҡаны оҙаҡ бешермәгеҙ, ул саҡта һарыһы ҡаты була.
Нисек еңел таҙартырға һәм турарға?
Саҡ бешеп сыҡҡан йомортҡаны һалҡын һыуға һалығыҙ, шул саҡта еңелерәк таҙартыла. Һыуынғанын көтһәгеҙ яҡшыраҡ.
Әгәр бысаҡты һалҡын һыуға тығып алһағыҙ, йомортҡаның һарыһы ҡырҡҡан саҡта ваҡланмаясаҡ.
Йомортҡаны тиҙ арала ваҡларға теләһәгеҙ, иҙмә эшләй торған тишекле тимер ҡорамал менән онтарға була.