Өфөлә Черниковка биҫтәһендәге күп ҡатлы йорттарҙың береһендә уйламағанда түшәм емерелеп төшкән. Был хаҡта Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр иткән.
Инцидент Калинин урамындағы 39-сы йортта көпә-көндөҙ була. Бәхеткә күрә, фатир хужалары зыян күрмәгән.
Бәлә булған ергә кисекмәҫтән Торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре килеп еткән. Был ваҡытта йорттоң ҡыйығында капиталь ремонт эштәре барған, күрәһең, шул сәбәпсе булғандыр ҙа инде был күңелһеҙ хәлгә.
Ошо арала ремонт эштәрен алып барған ойошма менән берлектә тикшереү үтәсәк, һөҙөмтәлә емереклекте төҙәтеү буйынса ҡарар сығарылыр, тип көтөлә.