Йәмғиәт
4 Июня 2021, 16:45

Илсур Әхмәтшин табылған

Уны ике айға яҡын эҙләгәйнеләр. Әле билдәле булыуынса, ҡыҙғанысҡа ҡаршы...

Ағымдағы йылдың апрель башында эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәте һәм ирекмәндәр Яңауыл районынан 1992 йылғы Илсур Әхмәтшиндың юғалыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Ул 7 апрелдә “РН-Транспорт” – Роснефть предприятиеһына эшкә китә һәм төштән һуң һорап, таксиҙа үҙе йәшәгән Ахтиял ауылына юллана, тик өйөнә ҡайтып етмәй.
Егеттең кәүҙәһен Ахтиял һәм Истәк ауылдары араһында Ҡаймаш йылғаһынан табалар. Әлеге ваҡытта йәш кешенең үлеменә сәбәпсе булған хәлде асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы алып барыла.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: yanzori.rbsmi.ru
Сығанаҡ: yanzori.rbsmi.ru
Читайте нас