Йәмғиәт
4 Июнь 2021, 14:30

Оло Теләк - оло фажиғә...

Радий ХӘБИРОВ: “Мин ул саҡта Башҡорт дәүләт университеты студенты инем. Иртә менән дәүләт хоҡуғы буйынса имтихан бирергә килгәнбеҙ..."

Бөгөн Башҡортостандың төрлө район китапханаларында “Оло Теләк фажиғәһе: ҡайғы уртаҡлашыу һәм хәтер китабы” баҫмаһының исем туйы уҙҙы.
Бынан теүәл 32 йыл элек Иглин районындағы Аша - Оло Теләк тимер юлында төнгө 1 сәғәт 12 минутта “Новосибирск - Адлер” менән “Адлер - Новосибирск” поездары осрашҡан мәлдә газ балонына ут ҡабыу сәбәпле шартлау яңғырай. Ике поездың 37 вагонынан етәүһенән көл-күмер генә ҡала, 11-е ысҡынып юл ситенә ауа. Шартлауҙан хасил булған янғын 250 гектар ергә тарала.
Һөҙөмтәлә фажиғәлә 1200-ҙән ашыу кеше ҡазалана, 780-дән ашыу кеше урында һәләк була.
2019 йылдың 4 июнендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров СССР тарихындағы ҙур фажиғә булған урынға – Иглин районына бара. Уның менән осрашыуҙа фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан Х.Г. Хатыпов Оло Теләк фажиғәһе хаҡында китап сығарырға тәҡдим итә, Радий Фәрит улына ваҡиға урынындағы газ үткәреү торбаһының шартлауы 720 диаметрға тиклем таралғанын мәңгеләштергән фотоһүрәттәрҙе күрһәтә.
Республика етәксеһе үҙ сиратында был фажиғәгә матбуғатта күп мәҡәлә арналғанын билдәләй, уларҙы бер баҫмаға туплау кәрәклеген әйтә, Оло Теләк фажиғәһенә бәйле шәхси хәтирәләре менән дә уртаҡлаша: “Мин ул саҡта Башҡорт дәүләт университеты студенты инем. Иртә менән дәүләт хоҡуғы буйынса имтихан бирергә килгәнбеҙ. Комсомол обкомының саҡырыуы буйынса, күберәк кем әрмелә инде хеҙмәт итеп ҡайтҡан – фажиғә урынына юлландыҡ. Беҙҙең менән Эске эштәр министрлығы мәктәбе курсанттары ла бар ине – бигерәк йәштәр, әрмелә лә хеҙмәт итеп өлгөрмәгәндәр – янғында зыян күргән кешеләрҙе носилкаларға һалып сығара башлағас, иҫтәре китеп ҡолағандары ла табылды. Американан самолеттар дарыу алып килгәнен, беҙҙең табиптарҙың янғындан зыян күргәндәр үҙәгендә эшләүен дә хәтерләйем. Бик ауыр хәтирәләр ҡалған”.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән өс өлөштән торған китап нәшер ителә. “Гәзит һәм китап биттәренән” тип аталған беренсеһендә республикалағы ваҡытлы матбуғатта баҫылған мәҡәләләр урын алған, унда журналистар тарафынан фажиғә булған көндән алып бөгөнгәсә хәлдәр һүрәтләнә. Шулай уҡ баҫмала фән докторҙарының ғилми эштәренән өҙөктәр, шаһиттарҙың ваҡиға хаҡындағы хәтирәләре урын алған.
Икенсе өлөш “Хәтер ваҡыттан көслөрәк” тип атала, унда фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар хәтирәләре менән уртаҡлаша.
Китаптың өсөнсө өлөшөндә – Оло Теләк фажиғәһе фотоһүрәттәр ярҙамында “тергеҙелә”. Фотолар полковник А.А. Мурзиндың, фотохәбәрсе Р.К. Баҙыҡовтың шәхси архивынан, интернеттағы асыҡ сығанаҡтан алынған.
“Бындай китаптар хәтер өсөн, яңы быуын өсөн кәрәк. Оло фажиғә, тап ике поезд киҫелешендә шартлау яңғырауы – ҡот осҡос осраҡлыҡ бит. Берәүһе генә үтһә лә, шартлау яңғырамаҫ ине бәлки”, - тине Радий Хәбировҡа Оло Теләк фажиғәһе хаҡында китап сығарырға тәҡдим иткән ветеран Хәлит Хатипов.
Оло Теләк фажиғәһенә бөгөн - 32 йыл. Ошо уңайҙан Иглин районында фажиғә урынында митинг та үтте. Сарала район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Силәбе өлкәһе Аша районының хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Александр Рычков һәм башҡалар ҡатнашты. Йыйылғандар араһында фажиғәлә һәләк булғандарҙың туғандары ла бар ине. Уларҙың барыһы ла фажиғә арҡылы тәрән һыҙланыуҙарын белдерҙе, һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Фажиғә ҡорбандарына арналған һәйкәлгә сәскәләр ҙә һалынды. Митингтан һуң “Оло Теләк фажиғәһе: ҡайғы уртаҡлашыу һәм хәтер китабы” китабының исем туйы уҙҙы. Ул бер юлы Башҡортостандың 200 китапханаһында үтеүе менән әһәмиәтле.
Фото:
Читайте нас