Йәмғиәт
4 Июнь 2021, 18:30

Темәстәр Оло Теләк фажиғәһен иҫкә алды

Бөгөн Оло Теләк фажиғәһенә 32 йыл тулды. Республиканың барлыҡ китапханаларында тиерлек ошо ваҡиғаға арналған саралар үтте.

Бөгөн Оло Теләк фажиғәһенә 32 йыл тулды. Республиканың барлыҡ китапханаларында тиерлек ошо ваҡиғаны иҫкә алдылар. Быйыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән фажиғәгә бағышланған хәтер китабы сығарылды.

Һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә арнап, Баймаҡ районы Тҽмәс модҽлле китапханаһында “Оло Теләк фажиғәһе: ҡайғы уртаҡлашыу һәм хәтер китабы” баҫмаһының исем туйы уҙҙы. Сарала ҡатнашҡандар был китап аша 1989 йылдың 4 июнендә ике пассажир поезы бәрелешеү һөҙөмтәһендәге шартлауға бәйле тыуған ҙур фажиғә менән яҡындан таныша алды.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 211-се “Новосибирск — Адлер” (20 вагон) һәм 212-се “Адлер — Новосибирск” (18 вагон) поездарында 1284 пассажир (шул иҫәптән 383 бала), поезд һәм локомотив бригадаларының 86 ағзаһы була. 11 вагон юлдан ситкә сыға, уларҙың етәүһе тулыһынса янып бөтә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 575 кеше һәләк була, 623-ө инвалид булып ҡала. 181 баланың ғүмере өҙөлә.


Был фажиғә онотолғоһоҙ... Иглин районында һәләкәт урынында һәйкәл ҡуйылған. Ул ике поезды күрһәткән ирегән рельстар һәм ҡайғынан башын эйгән ике ҡатын-ҡыҙ һыны рәүешендә эшләнгән, поездарҙың маршрут таҡталары нығытылған. Таш плитәгә ҡорбандарҙың исем-шәрифтәре уйып яҙылған. “1710-сы саҡрым” исемле туҡталыш урыны ла булдырылған. Локомотивтар уның эргәһенән сигнал биреп үтә. Йыл да ошо көндә һәйкәл янында матәм митингыһы уҙғарыла. Яҡындарын юғалтҡандар Оло Теләккә йыл һайын килә.
Фото: Темәс китапханаһының социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Читайте нас