Башҡортостандың урман фонды ерҙәрендә зыянлы ҡоротҡостар сығанағын бөтөрөү буйынса саралар үткәреүгә ярашлы, республика Урман хужалығы министрлығының 4 июнендәге 519-ОД бойороғона ярашлы, 5 июндән 25 июнгә тиклем граждандарға Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондарындағы урмандарға барыу һәм транспорт менән инеү тыйыла.
Документҡа ярашлы, министрлыҡҡа ҡараған учреждениелар (урмансылыҡтар һәм урман хужалыҡтары) урындағы үҙидара органдары, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы менән берлектә ошо тыйыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эш алып бара.
Патруль-маневр төркөмдәре менән берлектә урман фонды ерҙәрендә ведомство-ара күҙәтеүҙәре ойошторола һәм граждандарҙың тәртип режимын үтәүе тикшерелә.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы республика халҡынан был ваҡытта урманға барыуҙан һәм унда транспорт менән инеүҙән тыйылып тороуҙы һорай.
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы сайты.