Билдәле булыуынса, Стәрлетамаҡ малайы Ваняның хәлен күптән бирле күҙәтеп барабыҙ. Өйөндә йәшәү өсөн шарттар насар булғанлыҡтан, уны әсәһенән айырып, социаль приютҡа урынлаштырғайнылар.
Әсәһе эсмәй, тик финанс хәле ауыр булыу сәбәпле, фатирында ремонт эшләй алмай. Быны белгәс, шулай уҡ Ваняның һорауы буйынса, ирекмәндәр ҡатынға ярҙам күрһәтергә тотона. Өйҙә ремонт эшләйҙәр, унитаз ҡуйышалар. Һөҙөмтәлә рөхсәт алынып, малайҙы әсәһе янына алып ҡайтабыҙ тип кенә йөрөгәндә ҡот осҡос яңылыҡ билдәле була: балала – лейкоз...
Ваняның дауаханала ятҡаны билдәле ине. Бөгөн иһә “Комсомольская правда” баҫмаһы тетрәндергес яңылыҡ еткерҙе: малай комаға киткән, хәле бик ауыр.
Ирекмән Регина Бирғулиева хәбәр итеүенсә, көндөҙ барыһы ла яҡшы булған. Ә кис малайҙың тән температураһы күтәрелеп, комаға киткән.
Регина Ваня өсөн доғалар уҡыуҙы үтенә, "башҡаса бер нисек тә ярҙам итеп булмай", ти ул.
Шәбәйә генә күр инде, Ваня!