Йәмғиәт
5 Июнь 2021, 10:30

Мейәстә лә һабантуй!

Байрамға Златоуст ҡалаһынан килгән Гөлгенә һәм Илнур Мозафаровтар ниндәй тәьҫораттары менән уртаҡлашты?

Бөгөн башҡорттар күпләп йәшәгән күрше Силәбе өлкәһендәге Мейәс ҡалаһында ла һабантуй гөрләй.
Байрам был ерҙәрҙе төйәк иткән барлыҡ милләт вәкилдәрен йыйған, берләштергән. Парктағы майҙансыҡта тирмәләр теҙелгән, ҡала, уның ҡаҙаныштары, халҡы сағылдырылған тарихи-мәҙәни стендтар урынлаштырылған, өҫтәлдәр милли ризыҡтарҙан һығылып тора. Сәхнәлә бейеүсе-йырсылар сығыш яһай. Һәр кем үҙенең теләгенә, зауығына ярашлы сараларҙы ҡарап, күңел аса, ярыштарҙа ҡатнаша. Балаларға ла күңелле бында: уларға төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, конкурстар ойошторола. Программаға ярашлы, иң яҡшы милли кейем дә билдәләнәсәк.
"Байрам күңелле бара. Һәр сараны ҡарап өлгөрөргә тырышабыҙ. Көн аяҙ, матур, эҫе лә, һыуыҡ та түгел, был бигерәк тә бала-сағаға яҡшы", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты һабантуйға Златоуст ҡалаһынан килгән Гөлгенә һәм Илнур Мозафаровтар, улар байрамдан фото-видеолары менән уртаҡлашты. Видеояҙмала - байрамға Учалынан килгән "Уралтау" ансамбле сығышы.
Фото һәм видео: Гөлгөнә Мозафарова.
Читайте нас