Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы иҫкәртә: Өфө - Дим аралығында ремонт эштәре үткәреү сәбәпле, ҡала яны поездары йөрөүе ваҡытлыса туҡтатыла.
7, 8 һәм 9 июндә Дим тимер юлы станцияһынан пассажирҙарҙы автобус менән ташыясаҡтар. Ҡала яны элемтәһенә ғәмәлдәге йөрөү документы (проездной) күрһәткәндәргә юл – бушлай!
Автобустарҙың китеү адресы:
Дим тимер юлы станцияһы, Өфө ҡалаһы, Үҙәк урам, 29, административ бина ҡаршыһындағы майҙандан.
Беренсе рейстың китеү ваҡыты (ике автобус):
7.15 сәғәттә Шаҡша станцияһына тиклем, Өфө тимер юлы вокзалына һуғылып. Туҡталыштар: Ҡала мәҙәниәт һарайы, 13-сө дауахана, Азатлыҡ туҡталышы.
Икенсе рейстың китеү ваҡыты (ике автобус):
8.15 сәғәттә Өфө тимер юл вокзалына тиклем. Үҙәк баҙар туҡталышы аша.
Өсөнсө рейстың китеү ваҡыты (ике автобус):
09.00 сәғәттә Шаҡша станцияһына тиклем Өфө тимер юл вокзалына һуғылып. Туҡталыштар: Ҡала мәҙәниәт һарайы; 13-сө дауахана; Азатлыҡ туҡталышы.
Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы вәкилдәре сәйәхәтегеҙҙе алдан планлаштырыуҙы һорай. Килтерелгән уңайһыҙлыҡтар өсөн алдан ғәфү үтенәләр.
Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы сайты.