Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, оҙаҡ йылдар ошо тармаҡта эшләгән Альбина Наил ҡыҙы Баязитованың вафат булыуы сәбәпле уның тормош иптәше, Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры Сынтимер Баязитовтың, мәрхүмәнең ғаиләһенең, балаларының, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
"Мәғариф өлкәһендә күп йылдар ал-ял белмәй эшләгән, гуманитар һәм милли мәсьәләләр йүнәлешендә фиҙакәр хеҙмәт итеп, республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән алыштырғыһыҙ белгес һәм оло шәхес Альбина Наил ҡыҙы Баязитованы һуңғы юлға оҙатабыҙ, - тиелә ҡайғы уртаҡлашыу хәбәрендә. - Альбина Наил ҡыҙы сығышы менән Күгәрсен районынан. Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем алған. Артабан баш ҡаланың белем биреү ойошмаларында ҙур хеҙмәт юлы үтте: Өфө финанс техникумында тәрбиәсе, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында директор булып эшләне. Ошо йылдар эсендә республикабыҙҙың милли мәғарифын үҫтереүгә, баш ҡалабыҙҙың башҡорт мәктәптәрендә йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү эшенә күп көс һалды.
Альбина Наил ҡыҙы Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында, Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәте башлығының гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләгән осорҙа ла мәғарифты үҫтереүгә оло хеҙмәт һалды. Ғүмеренең һуңғы йылдарында “Өфө һыу каналы” дәүләт унитар предприятиеһы генераль директорының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булды.
Альбина Наил ҡыҙы ҡыҫҡа ғына ғүмер юлында халҡы өсөн бихисап эш башҡарып өлгөрҙө. Уның хаҡында яҡты иҫтәлектәр, йылы хәтирәләр күңелдәрҙә мәңге йәшәйәсәк".