Йәмғиәт
6 Июнь 2021, 17:15

Рус теле көнө билдәләнде

Рәсәйҙә йыл һайын 6 июндә А. Пушкин көнө киң билдәләнә. 2011 йылдан иһә...

Рәсәйҙә йыл һайын 6 июндә А. Пушкин көнө киң билдәләнә.
1799 йылда тап ошо көндә (яңы стиль буйынса) Мәскәүҙә Александр Пушкин тыуған. Совет заманында был байрам шиғриәттә Пушкин байрамы булараҡ билдәләнде. 1997 йылда иһә ул Рәсәй Президентының “А.С. Пушкиндың тыуыуына 200 йыл тулыу һәм Рәсәйҙә Пушкин көнөн билдәләү тураһында”ғы Указы нигеҙендә дәүләт статусын алды.
2011 йылда Рәсәй Президенты 6 июндә йыл да Рус теле көнөн билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документта әйтелеүенсә, был иҫтәлекле дата рус телен, Рәсәй халыҡтарының дөйөм милли ҡаҙанышы, халыҡ-ара аралашыу сараһы, донъя цивилизацияһының мәҙәни һәм рухи ҡомартҡыһының айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ, һаҡлау һәм яҡлау маҡсатын күҙ уңында тота.
Фото: crktuva.ru
Читайте нас