Өфө районының Шамонин ауылы бөгөн балаларҙың шат тауышынан гөрләп торҙо. Унда Шамонин, Шмитд, Бурцев балалары өсөн һабантуй ойошторолдо.
Байрам бик күңелле үтте. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә рәхәтләнеп ял итте. Улар өсөн аквагримм, һүрәт төшөрөү конкурстары, милли уйындар, квестар ойошторолғайны. Ҡыҙҙар һәм малайҙарға сәс үреү, асҡыс янсығы яһау, химик тәжрибәләр үткәреү, төрлө тәмлекәстәрҙе биҙәү кеүек мауыҡтырғыс уйындар ҡаралғайны. Милли кейемдә лә, йәнһүрәт геройҙары менән дә фотоға төшөү мөмкинлеге лә булды.
Байрамда йәрминкә лә үтте. Унда кем нимәгә оҫта - шуны һатты. Ошо ауылдарҙа йәшәгән әсәйҙәр ҡул эштәрен, үҙҙәре бешергән ризыҡтарҙы тәҡдим итте. Хатта ҙур ҡаҙанда былау ҙа әҙерләп алып килгәйнеләр.
Байрам мәктәп уҡыусыларының, атай-әсәйҙәрҙең сағыу сығыштары менән биҙәлде. Концертта “Ант” төркөмө артистары ла ҡатнашты.
Һабантуй ошо ауылда йәшәгән Лилиә Барлыбаеваның башланғысы һәм ата-әсәләрҙең ҙур тырышлығы менән ойошторолған. Байрамдың бағыусылары - Шамониндағы "Шоколадка", "Наша пекарня", "Вкусняшки и кудряшки", Шмидтағы сәскә магазиндары, "Мишки парк" рестораны, шәхси эшҡыуар Илһам Ҡотломбәтов.