Йәмғиәт
7 Июнь 2021, 16:30

“Алға”ның виртуаль төрө лә буласаҡ

Android һәм IOS операция системалары өсөн мобиль ҡушымта алымында виртуаль “Алға” транспорт картаһы тест үтә.

Бөгөн, 7 июндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” форматында кәңәшмә үткәрҙе. Унда “Алға” берҙәм транспорт картаһын артабан киңерәк таратыу мәсьәләһе ҡаралды.
“Башҡортостандың социаль карталары регистры” йәмғиәте директоры Руслан Нурғәлиев әйтеүенсә, “Алға” транспорт картаһы проекты тотороҡло үҫеш кисерә. 2019 йылдың июленән, йәғни ул ғәмәлгә ашырыла башлаған көндән алып, республика халҡы тарафынан 522 меңдән ашыу карта һатып алынған. Мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгәндәрен дә иҫәпкә алғанда, дөйөм һан бер миллиондан ашты.
“Башҡортостандың социаль карталары регистры” йәмғиәте белгестәре проектты киңәйтеү өҫтөндә маҡсатлы эшләй. Мәҫәлән, Android һәм IOS операция системалары өсөн мобиль ҡушымта алымында виртуаль “Алға” транспорт картаһы тест үтә. Был алым картаны мобиль ҡушымта аша һатып алып, юл өсөн смартфондарҙағы контактһыҙ түләү системаһы ярҙамында иҫәпләшеү мөмкинлеге бирә. Аҡса гаджетҡа “бәйләнгән” банк картаһынан алына. Ҡушымта ярҙамында физик транспорт карталарының балансын тулыландырырға ла мөмкин.
"Ағымдағы аҙна дауамында тестлау этабын үтеп, виртуаль транспорт картаһын тулыһынса тотоноуға күсербеҙ, тип уйлайбыҙ. Йәғни ҡушымта күсереп алыу өсөн әҙер буласаҡ. Был - Рәсәйҙәге тәүге тәжрибә, - тине Руслан Нурғәлиев. – Күҙаллауҙарға ярашлы, тәүге этапта ҡушымта менән әлеге ваҡытта юл хаҡын банк картаһы аша түләгән 50 мең самаһы кеше ҡулланасаҡ. Был уларға бер тапҡыр юл йөрөү хаҡын 29 һумдан 23 һумғаса кәметеү мөмкинлеге бирә".
“Транспорт сәғәте”ндә ҡатнашыусылар виртуаль картаның мөмкинлектәрен киңәйтеү юлдары – “Бәхетле сәғәт” тарифын индереү, мәктәп картаһын эшләтеү, шулай уҡ республиканың туризм тармағы тураһында мәғлүмәт туплаған һәм төрлө ташламаларға юл асҡан Башҡортостан ҡунағы картаһының концепцияһы тураһында ла һүҙ алып барҙы.
– “Алға” картаһы проекты үҙ маҡсатына өлгәште, тип ышаныс менән әйтеп була. Ул – халыҡ өсөн бик уңайлы сара. Заманса һанлы сервистар индереү йәһәтенән уның мөмкинлектәрен тулыһынса ҡулланырға кәрәк, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Кәңәшмәлә шулай уҡ республиканың ҡайһы бер райондарында транспорт тәьминәтен үҫтереү мәсьәләһе лә ҡаралды. Мәҫәлән, бәғзе төбәктәрҙә маршруттарҙың килеме аҙ булыу сәбәпле, пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнеүселәр уларҙы япҡан.
Башҡортостан Башлығы “Башавтотранс” етәкселегенә 2021 йылдың авгусы аҙағына тиклем муниципалитеттар менән берлектә кәрәкле маршруттарҙы билдәләп, Бүздәк, Көйөргәҙе кеүек райондарҙа халыҡты ташыу эшен яйға һалырға ҡушты.
– “Башавтотранс” – социаль йүнәлешле компания. Ул башлыса артыҡ ҙур килем килтермәгән маршруттарҙа эшләй. Әммә беҙ уның үҫешен хуплайбыҙ, сөнки халыҡ республика биләмәһе буйлап уңайлы һәм хәүефһеҙ йөрөй алырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас