Салауат ҡалаһында йәшәгән ир янғында ете йәшлек малайҙы ҡотҡарған. Был хаҡта "Горообзор" яңылыҡтар порталы хәбәр итә.
5 июндә иртән Мәктәп тыҡрығында урынлашҡан 5-се йорттағы фатирҙа янғын сыға. Коридор тибындағы өйҙән 10 кеше янғын һүндереүселәр килгәнсе үк үҙаллы ҡотолған. Ә бына ете йәшлек баланы күрше ир ҡотҡарған.
Икенсе ҡатҡа стенаның үркәстәренә баҫып менеп, тәҙрәне ватып, фатирға инә ул. Малайҙы аҫта әйбер йәйеп тотоп торған күршеләре ҡулына ырғыта. Шулай итеп, ҡыйыу ир баланың ғүмерен һаҡлап ҡалған. Әле малай дауаханала, ул һөрөмдән ағыуланған.
Бер нисә минуттан янғын һүндереүселәр килеп, утты һүндереүгә өлгәшә. "Ҡыҙыл әтәс" фатирҙың балконын һәм бүлмә эсен тулыһынса ялмаған була.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хәүефһеҙлек сараларын берүк онотмаҫҡа, бәләкәй балаларҙы яңғыҙын өйҙә ҡалдырмаҫҡа саҡыра.