Йәмғиәт
8 Июнь 2021, 16:00

"Ҡашҡаҙанға аҡҡоштар килгән: тимәк, һыу таҙа"

Радий Хәбиров баш ҡалалағы парк биләмәләрен һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү сифатын баһаланы.

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Өфө буйлап эш сәфәрендә ҡалалағы парк биләмәләрен һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү сифатын баһаланы.
Баш ҡаланың Киров районында “Көньяҡ” паркы төҙөлөшө этаптарының береһе тамамланыуға яҡынлаша. Башҡортостан Башлығы рекреация майҙансығын һәм төҙөлөш барған биләмәне ҡарап сыҡты. Артабан ул Софья Перовская урамындағы күп фатирлы йорттар ихаталарын комплекслы төҙөкләндереү барышын тикшерҙе. Төҙөүселәр эшкә быйыл апрелдә тотонған, ремонтты сентябргә тамамларға тейеш.
Өфөнөң Октябрь районында төбәк Башлығы “Ҡашҡаҙан” паркында булды. Унда йәмәғәт биләмәһен һәм ҡалалағы күлде күләмле реконструкциялау тамамланып килә.
– Иғтибар итегеҙ – Ҡашҡаҙанға аҡҡоштар килгән. Был ҡош таҙа һыулы йылға-күлдәрҙә генә йәшәй, тип ишеткәйнем. Күлдең һыуы, ысынлап та, бик таҙа, быны “Роспотребнадзор” анализдары ла раҫлай. Төҙөкләндереү тамамланғас, унда рәхәтләнеп һыу инергә мөмкин. Эш байтаҡ, әммә беҙ Рәсәйҙә һыу буйында иң яҡшы паркты асыуға табан эҙмә-эҙлекле ныҡышмалы барабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Октябрь районында “Ҡоштар” скверын төҙөкләндереү ҙә тамамланыуға бара. Ул 130-сы урта мәктәп биләмәһе менән сиктәш, әммә урындағы халыҡ өсөн дә асыҡ буласаҡ. Мәктәп эргәһендә йәшәгән халыҡ республика Башлығына ихаталарҙағы ремонттың түбән сифатына, ваҡытында йыйыштырмауға, тротуарҙар булмауға зарланды. Төбәк етәксеһе Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығына Сипайловоға килеп, эштең башҡарылыу кимәлен тикшерергә ҡушты.
Яр буйы урамындағы 45/1-се һәм 45/2-се күп фатирлы йорттар ихатаһында Радий Хәбиров биләмәне ремонтлау сифатына баһа бирҙе. Ул етешһеҙлектәрҙе 25 июнгә тиклем төҙәтергә ҡушты. Башҡортостан Башлығы ҡала хакимиәтенә буш ятҡан биләмәләрҙә автомобиль туҡталҡалары булдырыу йәһәтенән тәҡдимдәр әҙерләү бурысын йөкмәтте.
Баш ҡаланың Калинин районында Радий Хәбиров реконструкцияланған “Беренсе Май” паркын ҡарап сыҡты. Июнь башына төҙөүселәр ремонтты тамамлаған тиерлек. Бында Тепличное күле төҙөкләндерелгән, уның уртаһында фонтан да бар. Бынан тыш, балалар майҙансығы яңыртылған, уйын һәм спорт зоналары, сәхнә, “Сәләмәтлек һуҡмағы”, велосипед юлдары, скейт-парк булдырылған.
Паркта эште июль уртаһына тулыһынса тамамлау күҙаллана.
Радий Хәбиров баш ҡала буйлап ойошторолған был сәфәргә бәйле тәьҫораттары менән социаль селтәрҙәрҙә лә уртаҡлашты.
Фото: glavarb.ru
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/142589.html
Читайте нас