Өфө полицияһы табылған баш һөйәге буйынса кешене асыҡлауҙа ярҙам һорай.
Былтыр июндә коллектив баҡсаға ҡараған өй артындағы соҡорҙа кеше башы һөйәге табылған. Криминалистик экспертиза һөҙөмтәһе буйынса уның йөҙөнөң реконструкцияһы эшләнгән.
Суд-медицина экспертизаһы һәм медик-криминалистик тикшереүҙәр һөҙөмтәһе мәғлүмәттәренсә, билдәһеҙ ир кеше 45-55 йәштәрҙә булған, буйы 165-175 сантиметр, баш кейеме размеры - 54-56. Мәйет ике-биш йыл ятҡан.
Һүрәткә ҡарап, ошо кеше тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәр булһа, полицияның дежур бүлегенә хәбәр итеүҙәре һорала.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.