Башҡортостан Хөкүмәте президиумының кәңәшмәһендә студент отрядтарына ярҙам саралары мәсьәләләре тикшерелде. Ултырышты Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров алып барҙы.
– Студенттар отрядтары – йәштәр үҫешендә, уларҙы тормошҡа өйрәтеүҙә һәм хеҙмәттең ҡәҙерен белеүҙә, мөһим һәм кәрәкле осор, – тине Премьер-министр Андрей Назаров. – Беҙҙең йәштәр өсөн был ваҡыт ныҡ файҙалы, кемгәлер ул һөнәр һайлағанда ярҙам итә, икенселәргә тормошта бик тә кәрәкле.
2020 йылда төҙөлөштә илебеҙҙең 18 төбәгенән 333 студент эшләгән, шуның 80-е – Башҡортостандан.
2021 йылда үҫмерҙәр араһында эшселәр отряды әүҙем төҙөлә, алдан фаразлау буйынса уға 100 тирәһе кеше йәлеп ителәсәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.