Йәмғиәт
8 Июнь 2021, 16:45

Өҫтәмә камералар ҡуйыласаҡ

"Алда – водителдәр, пассажирҙар, йәйәүлеләр ғүмере һәм сәләмәтлеге. Дөйөм маҡсатыбыҙ – юл-транспорт ваҡиғалары һанын артабан да аҙайтыу".

7 июндә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә республика Хөкүмәте Президиумының сираттағы кәңәшмәһе булды.
Унда автомобиль юлдарына юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү саралары сифатында өҫтәмә фото- һәм видеотеркәү камераларын ҡуйыуға бәйле мәсьәләләр ҡаралды.
"Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан федераль тәғәйенләнештәге дөйөм файҙаланылған автомобиль юлдарында өҫтәмә 100 фото- һәм видеотеркәү комплексы ҡуйыу тураһында күрһәтмә бирелде, - тине Премьер-министр. – Был техник мәсьәлә түгел. Алда – водителдәр, пассажирҙар, йәйәүлеләр ғүмере һәм сәләмәтлеге. Дөйөм маҡсатыбыҙ – юл-транспорт ваҡиғалары һанын артабан да аҙайтыу".
"2020 йылда республикала 3757 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Был, 2019 менән сағыштырғанда, 532 осраҡҡа, йәғни 12 процентҡа аҙыраҡ. 455 кеше һәләк булды. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 14 кешегә йәки ике процентҡа кәмерәк, - тине вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимов. – Шул уҡ ваҡытта һәр транспорт-юл ваҡиғаһы водителдәрҙең ҡуйылған тиҙлек режимын боҙоуы менән бәйле. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүҙе автоматик фото- һәм видеотеркәүҙе файҙаланыу һәләкәттәрҙең кәмеүенә булышлыҡ итәсәк".
Быйыл биш айҙа фото- һәм видеотеркәү камераларынан республика бюджетына килгән штрафтар 320,9 миллион һум тәшкил иткән. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, үҫеш 133,2 тәшкил итә.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас