Йәмғиәт
9 Июнь 2021, 09:30

Был баҫманы көткәйнек

Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында “Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһенең исем туйы – презентацияһы – башланды.

Ҡырмыҫҡалы районы – халыҡ батырына әйләнгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған яғы. Ҡырмыҫҡалы районының үҙәгендә лә, тыуған ауылы Шайморатовта ла (Биштәкә) батырҙың тормош юлын өйрәнеү даими дауам ителә. Мәҫәлән, былтыр район өсөн мөһим булған сараларҙың барыһы ла тиерлек ошо генерал-майор исеме менән бәйле ине. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы беренсе тапҡыр “Генерал М.М. Шайморатов” экспозиция-күргәҙмәләр комплексын, Рәсәй Геройының тыуыуына 121 йыл тулыу айҡанлы, Ҡырмыҫҡалы районына тантаналы тапшырҙы. Ошо уҡ көндө ҡырмыҫҡалылар өсөн башҡорт халҡының данлыҡлы батырының тыуған көнөнә арналған музыка һәм әҙәбиәт кисәһе ойошторолдо.
Бөгөн, 9 июндә, тарихыбыҙҙа яҡты эҙ ҡаласаҡ: Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында “Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһенең исем туйы – презентацияһы – башланды.
Фотолар: kurultai.ru, Айрат Нурмөхәмәтов.
Читайте нас