Салауат ҡалаһында "Изге кеше" хәйриә ойошмаһы егеттәре хәйер һорашып торған ыҫпай ғына кейемдәге инәйҙе күптән шәйләй һәм был юлы һүҙ ҡушалар уға. Һөйләшеүҙән шул асыҡланған: оло йәштәге ҡатын ғүмере өсөн мөһим дарыуҙарға аҡса етмәгәнлектән хәйер һорап торорға мәжбүр.
Баҡтиһәң, инәйгә 73 йәш, уның бер туғаны ла юҡ. Үҙе әйтеүенсә, уға күп ваҡыт битараф түгел кешеләр ярҙамға килә икән.
"Изге кеше" ойошмаһы егеттәре уға нимәләр кәрәклеген һорашып-белешеп, дарыуҙар менән бергә, бер муҡсай аҙыҡ-түлек тә алып биргәндәр. Әбей көтөлмәгән иғтибарға, изгелеккә бик тә шатланған.
Оло йөрәкле йәштәребеҙҙең был аҙымы бик тә һоҡландыра һәм күптәребеҙгә өлгө булып тора.